Ишмөхәмәтов Хәниф Нурмөхәмәт улы

Ишмөхәмәтов Хәниф Нурмөхәмәт улы (Борис Мөхәмәтов; рус. Ишмухаметов Ханиф Нурмухаметович; Борис Мухаметов; 1916 йыл — 26 август 1944 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, өлкән лейтенант, рота командиры. Седельце ҡалаһындағы (Польша) Шталаг-366 лагеры тотҡоно. Баш күтәрергә әҙерләнгән 825-се батальон етәкселеге атылғас, етәкселекте үҙ ҡулына алыусы.

undefined

Биографияһы

Хәниф Нурмөхәмәт улы Ишмөхәмәтов 1916 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районының Ташлы ауылында тыуа. Бәлкәйҙән теремек була — йүгерә, спорт менән шөғөлләнә. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, балалар уҡыта башлай.

1935 йылда Бәләбәй район хәрби комиссариаты йүнәлтмәһе буйынса Ҡазан пехота училищеһына ебәрелә. Уҡыуын тамамлағандан һуң, лейтенант званиеһында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының взвод командиры итеп тәғәйенләнә.

1939 йылдың сентябрендә офицер Белоруссияға, 139-сы уҡсылар дивизияһының 908-се уҡсылар полкына күсерелә. Ноябрҙән карел-фин һуғышында ҡатнаша. Яраланып, госпиталдә дауаланғандан һуң, тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайта.

1940 йылда Көнбайыш Украинаның Тернополь өлкәһе Капычинцы ҡалаһында урынлашҡан үҙ часына китә. Өлкән лейтенант дәрәжәһендә уҡсылар ротаһы менән командалыҡ итә.

1941 йылдың 22 июнендә барлыҡ хәрбиҙәр ил һағына баҫа. 1 августа уҡсылар дивизияһы ҡамауҙа ҡала, уны өҙөп ынтылышы уңышһыҙлыҡҡа тарый. Һөҙөмтәлә 20 мең яугир һәләк була, тиҫтәләрсә меңе, шул иҫәптән Хәниф Ишмөхәмәтов та, әсирлеккә эләгә.

Подпольелағы эшмәкәрлеге

Польшаның Седельце ҡалаһындағы Шталаг-386 хәрби әсирҙәр лагерында һәм лазаретта Хәниф Ишмөхәмәтов сәс ҡырҡыусы була, шуға ла әсирҙәрҙең барыһы менән дә тиерлек аралаша. Сығышы менән Башҡортостандан булған яугирҙарын осратып, улар менән нисек тә үҙҙәренә арҡаҙаштар табыу һәм лагерҙан ҡасыу тураһында хыяллана.

«Иҙел-Урал» батальоны

1942 йылдың 24 авгусында төрки сығышлы, нигеҙҙә Волга буйы татарҙарын һәм башҡорттарҙы, шулай уҡ татар телен аңлаған башҡа милләт вәкилдәрен, совет власына ҡаршы көрәшеү өсөн «Иҙел-Урал» батальоны төҙөү маҡсатынан Польшаның Едлино ҡалаһына күсерәләр. Хәниф, беренсе мөмкинлектә үк Ҡыҙыл Армия яғына сығыу йә иһә партизандарға ҡушылыуҙы күҙаллап, 825-се батальон легионеры булып китә.

Батальонда подполье ойошторола, 1943 йылдың февралендә партизандарға ҡаршы һуғышырға ебәрелгәс, улар партизандар менән бәйләнешкә сыға, берлектә баш күтәреү планын төҙөй.

22 февралдә — ҡушылыу көнөндә — 825-се батальонды легионер-провокатор һата, етәкселәр ҡулға алына. Дошман өҫтәмә көс саҡырта, 825-се батальон менән командалыҡты Хәниф (Борис)(Иш)Мөхәмәтов (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса — Хөсәйен Мөхәмәтов[1]) үҙ өҫтөнә ала һәм баш күтәреүҙе планлаштырылғандан бер нисә сәғәткә алда башлап, дошман штабын юҡ итеп, 557 кеше партизандарға ҡушыла. Хәниф Мөхәмәтов үҙе лагерҙа ҡала һәм подполье эшмәкәрлеген йәлилселәр менән дауам итә.

1944 йылдың 26 авгусында йәлилселәрҙән бер көн һуңыраҡ язалана.

Хәтер

undefined

Хәниф Нурмөхәмәт улы Ишмөхәмәтовтың яҙмышы 1971 йылға тиклем билдәһеҙ була. Журналист, чекист Николай Лёшкин «Вечерняя Уфа» гәзитендә Борис Мөхәмәтов ҡатнашлығындағы подполье эшмәкәрлеге тураһында «825-й уходит в лес» тип аталған очеркын баҫтырғас ҡына бер аҙ асыҡлыҡ инә.

Әлшәй районының Ташлы ауылы мәктәбе китапханаларында Х. Мөхәмәтов тураһында мөйөш бар. Совет осоронда пионер дружинаһы уның исемен йөрөтә.

Тыуыуына 105 йыл тулған 2021 йылда Хәтер кисәһе ойошторола[2].

Ғаиләһе

1939 йылда ялға ҡайтҡанында Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса башланғыс синыфтар уҡытыусыһы итеп ебәрелгән Салауат районы Лағыр ауылы ҡыҙы Ғәрифә Мөхибуллинаға өйләнә. 1941 йылдың 6 сентябрендә улдары Валериан тыуа. Валериан Мөхәмәтовтың дүрт ҡыҙы бар.

Сығанаҡтар