825-се батальон
825-се батальон | |
---|---|
нем. Wolgatartarisches Infanterie-Bataillon 825 | |
Ағзалар һаны | 900 |
Дәүләт | |
Тамамланыу датаһы | 1943 |
Башланыу датаһы | 1942 |
Һуғыш/алыш |
825-се батальон — вермахт составына ингән «Иҙел-Урал» легионының мосолман совет хәрби әсирҙәренән тупланған подразделениеһы. Легиондың барлыҡ батальондары араһынан (825-сенән 831-сегә тиклем) 1943 йылда тулы составта тиерлек һәм ҡорал менән белорус партизандары яғына сығыуы менән билдәле.
«Иҙел-Урал» легионының барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1941 йылдың көҙөнә Германияның Советтар Союзына ҡаршы һуғышындағы блицкригы уңышһыҙ булыуы асыҡлана. Һуғыштың оҙаҡҡа һуҙылыры һәм күпселек осраҡта кеше резервына ла бәйле булыуы көн кеүек асыҡ була. Был йәһәттән Германия артта ҡала. Икенсе яҡтан, немецтар 1941 йылғы йәйге кампания барышында бик күп совет һалдаттарын әсирлеккә ала, улар араһында төрки сығышлылар ҙа күп була. Немец концлагерҙарындағы ҡот осҡос шарттар, немецтарҙың, Төркиә вәкилдәренең һәм эмигранттарҙың агитацияһы, шулай уҡ Сталиндың, әсир ҡыҙылармеецтың автоматик рәүештә һатлыҡйән һәм дезертирға тиңләнеүе тураһындағы сәйәсәте һөҙөмтәһендә ҡайһы бер совет хәрби әсирҙәре дошман менән хеҙмәттәшлек юлын һайлай.
Немец командованиеһы әсирҙәрҙән милли нигеҙҙә подразделениелар ойоштороуҙы маҡсатҡа ярашлы тип һанай. төрки сығышлы әсирҙәрҙе айырып алыу 1941/1942 йылдарҙың көҙ-ҡышында башлана. Вермахттың Ҡоро ер ғәскәрҙәре юғары командованиеһының «Иҙел-Урал» Иҙел-Татар легионы ойоштороу тураһындағы бойороғона 1942 йылдың 15 авгусында ҡул ҡуйыла һәм уны ойоштороу 1942 йылдың 21 авгусында Едлинола (Польша) башлана.
Хәрби әсирҙәр лагерҙарҙан килгән буласаҡ легионерҙар әҙерлек лагерҙарында уҡ роталарға, взводтарға һәм отделениеларға бүленеп, беренсе этапта дөйөм физик строй әҙерлеген үҙ эсенә алған күнекмәләрҙе һәм немец командалары, уставтарын өйрәнә башлай. Строй күнекмәләрен немецтарҙың рота командирҙары тәржемәселәр, шулай уҡ унтер-офицер курстарында ике аҙналыҡ әҙерлек үткән отделение һәм взвод командирҙары итеп тәғәйенләнгән легионерҙар ярҙамында үткәрә. Башланғыс курстар тамамланғас, улар батальондарға күсерелә, унда стандарт кейем, кәрәк-яраҡ, ҡорал алып, тактика әҙерлеге һәм ҡоралдың матди часын өйрәнә.
7 ялан батальонынан тыш, Волга буйы һәм Уралдан сыҡҡан хәрби әсирҙәрҙән һуғыш ваҡытында Германия армияһын хеҙмәтләндергән, әммә һуғышта ҡатнашмаған төҙөлөш, тимер юл, транспорт һәм башҡа ярҙамсы подразделениелары ойошторола. Улар араһында айырым 15 Иҙел-татар ротаһы була.
825-се батальондың ойошторолоуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1942 йылдың октябрь-ноябрендә Едлинола ойошторола башлай. Батальондың ойошторолоуы тураһындағы документта (нем. Stammtafel) түбәндәге юлдар яҙыла:
Создан как Волго-татарский 825-й пехотный батальон в следующем составе: штаб, штабная рота, четыре роты. Номер полевой почты 42683А-Е. Находится в распоряжении командующего военным округом в генерал-губернаторстве. Войсковое подразделение. Запасное место расположения в Радоме (лагерь Едлино). Для немецкого персонала — гренадерский запасной батальон 304, Плауэн
Батальон командиры итеп майор Цек тәғәйенләнә. Һаҡланып ҡалған документтарҙа легионерҙарҙың аныҡ һаны күрһәтелмәгән, әммә уларҙы 900 кеше тип баһаларға мөмкин.
Батальондың составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Белорус партизандары яғына сыҡҡан легионерҙарҙың тулы булмаған исемлеге һаҡланған. Тәүҙә партизандар отряды торған урында 50 кешенән торған исемлек табыла, әле ул Витебск өлкә музейында һаҡлана. Артабан был исемлек төрлө сығанаҡтарҙан тулыланып, 77 исемгә етә. Уға, нигеҙҙә Башҡортостан һәм Татарстан мосолмандары инә.
«Йәшен йомғағы» операцияһы. Көнсығыш фронтҡа оҙатыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1943 йылдың февраленә, немец ғәскәрҙәре Сталинград эргәһендә ҡыйратылғандан һуң, Германия командованиеһы 1943 йылдың йәйендә реванш алырға әҙерләнә һәм үҙенең тылдарында тәртип булдырырға ҡарар итә, сөнки партизандарҙың эшмәкәрлеге фронтты тәьмин итеүҙә сағылыш таба башлай һәм көстәрҙең бер өлөшөн албырғатып тора. Белоруссиялағы партизандар отрядын юҡ итеү планы эшләнә һәм ул «Йәшен йомғағы» (нем. Kugelblitz) каратель операцияһы тип атала. План Витебск районы тирәһендә ҡамауға алынған партизан отрядтарын юҡ итеүҙе күҙаллай. Бының өсөн генерал-майор Якоби менән генерал-майор фон Вартенбург командалығында вермахттың 201-се дивизияһының дүрт полкы бүленә. Быға тиклем артиллерияһы, танктары һәм авиацияһы булған немец ғәскәрҙәре партизандар хәрәкәте менән көрәштә һиҙелерлек уңышҡа өлгәшкән була.
1942 йылдың декабрендә легионда легион хәрби хеҙмәткәрҙәрен тарҡатыу һәм уларҙы артабан дошманға ҡаршы көрәшкә туплау өсөн эшләгән подполье төркөмө асыҡланған була. Шуға ҡарамаҫтан, 1943 йылдың 13 февралендә 825-се батальон тимер юл вагондарына тейәлеп, Витебскиға табан барырға бойороҡ ала. Фронтҡа оҙатылыр алдынан легионерҙар немец формаһы ала һәм ант итеү тантанаһын үтә. Уларға Германия гражданлығы бирелеүе тураһында иғлан ителә.
18 февралдә тулыһынса ҡоралланған мең самаһы кешенән торған батальон Витебскиҫа килә, унан поход колоннаһы менән сураж шоссеһы буйынса Гралево ауылына барып етә. Витебскиҙан 12 километр алыҫлыҡта булған Гралевола легионерҙар партизандарға ҡаршы эш алып барған ҡаҙаҡтарҙы алмаштыра. 825-се батальон легионерҙары Сеньково, Гралево һәм Сувары ауылдарында урынлаша.
Партизандар яғына сығыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Витебск—Сураж—Городок өсмөйөшөндә эш алып барған партизандар отрядында 6 мең кеше була. 28 мең немец һалдаты булған төркөм менән уратып алынып, улар ауыр хәлдә ҡала. 21 февралдә легионерҙар вәкилдәре, легиондың йәшерен ойошмаһы ҡушыуы буйынса, партизандар менән бәйләнешкә сыға. Партизан элемтәсеһе Нина Буйниченко партизан отряды командирҙарына (командир — Бирюлин М. Ф., комиссар — Хабаров В. А., штаб начальнигы — Корнеев Л. П.), батальондың Жуков (милләте буйынса сыуаш) фамилиялы хәрби табибы бәйләнешкә сығыуы тураһында белдерә. Партизан командирҙары менән килешеү буйынса ебәрелгән вәкилдәр Едлинола уҡ ойошторолған йәшерен ойошма ҡушыуы буйынса эшләүҙәрен һәм партизандар яғына сығырға әҙер булыуҙарын белдерә.
Немецтарҙың провокацияһынан хәүефләнеп һәм легионерҙарҙың ниәтен тулыһынса белмәгәнлектән, партизан отряды командалығы легионерҙарға шарттар ҡуя. Хәүефләнеү ерле юҡтан булмай, сөнки быға тиклем ҡаҙаҡтар урындағы халыҡҡа ҡарата айырыуса ҡанһыҙ була, бер-бер хәл булһа, насар ҡоралланған партизандар араһына кереп, легионерҙарҙың яҡшы ҡоралланған батальоны уларҙы еңел генә ҡырып бөтөрә ала. Килешеү буйынса, легионерҙар Сеньково, Гралево һәм Сувары ауылдарында немец гарнизондарын ҡыйратырға; һуңынан гарнизондар буйынса билдәле тәртиптә партизандар яғына сығырға; сыҡҡандан һуң ҡоралдарын һәм боеприпастарын тапшырырға тейеш була. Партизандар ҡуйған шарттар ҡабул ителә, парламентёрҙар, ике аманат ҡалдырып (Лотфуллин менән Трубкин), батальонға ҡайта.
партизандар яғына күсеү 22 февралгә планлаштырыла. Өс ракета сигналы буйынса легионерҙар батальон штабын юҡ итергә тейеш була, әммә ихтилал тотҡарлыҡ менән башлана. Штаб шофёрынан немецтар легионерҙарҙың ниәтен белеп ҡала, йәшерен ойошма етәкселәре (Жуков, Тажиев, Рәхимов) ҡулға алынып, Витебскка алып барыла һәм атыла. Батальон командиры майор Цек ҡаса. Шуға ҡарамаҫтан ихтилал башлана. Уға штаб ротаһы командиры Хөсәйен Мөхәмәтов етәкселек итә, һәм сәғәт киске 10-да легионерҙар, штабты ҡыйратып, ойошҡан рәүештә партизандарға ҡушыла. Улар үҙҙәре менән 26 ылау ҡорал һәм боеприпас килтерә. Немец документтары буйынса, партизандарға ҡушылған легионерҙар һаны 557 кеше була: барыһы ла күсергә теләмәй; ике взвод легионерға күсеү тураһында иҫкәртеп өлгөрмәйҙәр.
Легионерҙарҙың артабанғы яҙмышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Татар легионерҙары бер нисә төркөмгә айырыла һәм төрлө партизан бригадалары араһында бүленеп, шунда уҡ немецтарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 28 февралдә партизандар немец ҡамауынан сығырға тырышып ҡарай. Бик күп легионерҙар шул йылдың майында һәләк була, ҡалғандары партизандар сафында әүҙем һуғыша. Тулыһынса ышаныс булмағанлыҡтан, уларҙы алыштың иң хәүефле участкаларына: дошмандың оборона линияларын өҙөүгә, сигенеүҙе ҡаплауға ҡуялар. Күп осраҡта, урынды ныҡлап белмәгәнлектән, немец формаһындағы легионерҙар һаҙлыҡта батып үлә, күрше партизан отрядтары уты аҫтында ҡала. Яраланып Оло ергә сығарылғандары СМЕРШ ҡулына эләгә. Легионерҙарҙың бер өлөшө һуңынан СССР Эске эштәр министрлығының айырым лагерҙарында тотола, күпселегенең яҙмышы билдәһеҙ.
10 меңдән ашыу «Иҙел-Урал» легионерының ни бары ике тиҫтә самаһы ғына рәсми аҡланған.
Легионерҙарҙың партизандар яғына сығыуының әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тере көс һәм ҡорал менән нығынған партизандар немецтарға көслө һөжүм яһап, ҡамауҙы өҙә. Ҡаты һуғыштар тағы бер нисә көн дауам итә. Партизандар әйтеүенсә, легионерҙар үҙҙәрен аямай һуғыша. Партизандарға ҡушылғандарҙың барыһы ла тиерлек карателдәр менән алыштарҙа һәләк була: 1943 йылдың декабренә улар бик аҙ ҡала.
825-се батальон ихтилалының әһәмиәте бик ҙур. Уға тиклем дә, унан һуң да, неемц офицерҙарын юҡ итеп, хәрби частың партизандар яғына сығыу осрағы булмай. Ҡалған татар батальондары, ҡаҙаҡ һәм грузин батальондарынан айырмалы, ышанысһыҙ тип табыла. 826-сы ашығыс рәүештә хәрби хәрәкәттәр зонаһынан тылға оҙатыла. Башҡа батальондарҙан тиҫтәләгән легионер партизандарға китә. Францияға оҙатылған легионерҙар шулай уҡ француз партизандарына ҡасыуын дауам итә.
825-се батальон ихтилалы башҡа батальондар легионерҙарын партизандар яғына сығыуға дәртләндерә. Көнсығыш легиондары хәрби һәләтен юғалта башлай, уларҙың личный составы партизандар пропагандаһы йоғонтоһонда тарҡала. Немецтар легиондарҙы Көнсығыш фронттан көнбайыш фронтына күсерә, унда улар 1944 йылда Нормандияға төшөрөлгән югослав һәм француз баш күтәреүселәре һәм Америка союздаштары менән көрәшә.
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Витебск районының Бабиничи ауылында мәктәп эргәһендә 825-се батальондың билдәһеҙ һалдаты ерләнгән урында обелиск тора. Уға:
Бында һуғыш йылдарында, 1943 йылдың йәйендә, хәрби бурысын үтәгәндә партизан һәләк булған[1]
, — тип яҙылған.
2009 йылдың 10 ноябрендә Беларусь Республикаһының Витебск өлкәһендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған татарҙарға иҫтәлекле билдә асыла. Һәйкәл 825-се батальон партизандар яғына сыҡҡан урында ҡуйыла. Һәйкәлдең авторы — белорус скульпторы Азат Торосян.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гилязов И. А. Легион «Идель-Урал». — Казань: Таткнигоиздат, 2005. — 383 с. — ISBN 5-298-04052-7.
- Провал операции «Шаровая молния». Татары в партизанских отрядах Белоруссии в годы Великой Отечественной войны. — Казань: Татар. кн. изд-во, 2010. — 159 с. — ISBN 978-5-298-01959-0.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 825-й Волго-татарский пехотный батальон
- Фарит Фарисов. Тайны татарского народа Архивная копия от 8 июнь 2012 на Wayback Machine
- Новые документы о переходе 825-го батальона Волго-татарского легиона на сторону партизан
- Непокорный легион
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Непокорный легион . Дата обращения: 6 ноябрь 2011. Архивировано 9 ноябрь 2011 года.