Үтәшев Әмир Ғәлимйән улы
Үтәшев Әмир Ғәлимйән улы (рус. Утяшев Амир Галимьянович; 1919 йыл — 6 февраль 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1966, 1985) кавалеры.
Биографияһы
Әмир Ғәлимйән улы Үтәшев 1919 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Ҡарғалы ауылында тыуған. Татар[1]. Һуғышҡа тиклем Татар АССР-ының Арса МТС-ында өлкән бухгалтер булып эшләй.
1942 йылдың яҙында Бөйөк Ватан һуғышына саҡырыла, фронтта 119-сы уҡсылар бригадаһының кесе политругы була. 1942 йылдың 1 июлендә Курск ҡалаһы эргәһендәге Щигра станцияһы янындағы алышта контузия ала, ауыр яралана һәм аңһыҙ хәлдә әсирлеккә эләгә. Киев янында совет хәрби әсирҙәре госпиталендә алты ай булғандан һуң концлагерға ебәрелә. Юлда тиф менән ауырып китә, саҡ үлмәй ҡала. Әммә үлгәндәр исемлегенә эләгә, тик уның урынына икенсе үлгән яугир — сыуаш Александр Николаевтың кәүҙәһен сығаралар. Әмир Үтәшев уның исемен ала.
Әсирлектә төрки сығышлы башҡа әсирҙәр менән бергә «Иҙел-Урал» легионына эләгә. Легиондың 825-се батальоны тулыһынса тиерлек белорус партизандары яғына күскәс, Үтәшев 827-се батальон составында Атлантик вал төҙөү һәм һәм уны һаҡлау өсөн Францияға күсерелә. Унда ул башҡа күп кенә легионерҙар менән ҡаса һәм француз Ҡаршылығы сафына инә, артабан Ружа ҡалаһы эргәһендә, Аллегро, Монтан янында немецтарға ҡаршы алыша. Үтәшев «Иҙел-Урал» легионы батальонында тейешле аңлатыу алып бара, һөҙөмтәлә 118 легионер француздар яғына сыға. Үрге Луар округының Соги районында немец һалдаттарын һәм француз фашистарын эҙләүҙә һәм ҡулға алыуҙа ҡатнаша.
Әмир Үтәшевтың француз партизандарына күрһәткән хеҙмәттәре юғары баһалана: ул «Хәрби Тәре» менән бүләкләнә, ә 1944 йылдың авгусында капитан була. Уны «Александр», «Капитан Николас» тип йөрөтәләр. Һуғыштан һуң Франция гражданлығы, Алжирҙа хеҙмәт итеү һәм полковник званиеһы тәҡдим ителһә лә, ул 1945 йылдың авгусында Тыуған иленә ҡайтыуҙы хуп күрә.
Франция хөкүмәте СССР етәкселегенә Әмир Үтәшевҡа «Советтар Союзы Геройы» исемен биреү тураһында тәҡдим һәм үтенес менән мөрәжәғәт итһә лә, 1948 йылдың 19 июлендә ул «хыянатсы, һатлыҡ йән» Муса Йәлилдең фекерҙәше булараҡ ҡулға алына һәм 1948 йылдың 18 ноябрендә Волга буйы хәрби округының хәрби трибуналы тарафынан Енәйәт кодексының 8-1б статьяһы («“Иҙел-Урал” легионында хеҙмәт итеү») буйынса атып үлтереүгә хөкөм ителә, был яза 25 йылға төрмәгә ултыртыу менән алмаштырыла. Грозный төрмәһендә ете йыл үткәргәндән һуң 1955 йылдың 24 октябрендә амнистия буйынса азат ителә, 1962 йылдың 21 февралендә тулыһынса аҡлана.
1990 йылда Әмир Үтәшев Францияға милли герой сифатында саҡырыла, был дәүләт 1995 йылдан уға пенсия түләй башлай.
Әмир Үтәшев 1996 йылдың 6 февралендә [2] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1998 йылда) вафат була. Немецтарға ҡаршы һуғышҡан «Иҙел-Урал»дағы көрәштәштәрен реабилитациялау өсөн ғүмеренең аҙағына тиклем тырыша.
Францияның Ле-Пюи ҡалаһында әле лә «Келлерман батальоны» составындағы Әмир Үтәшевтың 1-се рус партизан бригадаһының башлыса Ҡазан татарҙары һәм Башҡортостан татарҙарынан тиҫтәләгән фамилия ингән исемлеге һаҡлана[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
● II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1966)
● II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Списки жертв. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2011. Архивировано 1 февраль 2011 года.
- ↑ 1 2 Казанские ведомости «Служили примером для французских партизан». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2011. Архивировано 5 апрель 2016 года.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Һылтанмалар
• Михаил Черепанов. 46 лет спустя. Возвращение русского макизара на места боев при Баинсе
• Библиотека Гумер. Ибатуллин Т. Военный плен: причины, последствия. V. Последствия плена
• Списки жертв
• Казанские ведомости «Служили примером для французских партизан»