Исем
Исем — бер үк класҡа ҡараған нәмәләрҙе бер-береһенән айырыр өсөн ҡулланылған һүҙ төркөмө. Ул кешеләргә (был осраҡта шәхси исем), төрлө продуктҡа (сауҙа маркаһы йәки бренды), идея йәки концепцияға ҡарата ҡулланыла.
Исемдәр әйберҙәрҙең класын йәки категорияһын йәки ниндәйҙер бер әйберҙе йә уникаль, йә ниндәйҙер бирелгән контекста билдәләй.
Улар шулай уҡ программалау (үҙгәреүсәндәрҙең исемдәре, исемдәр арауығы) кеүек эшмәкәрлек өлкәләрендә лә ҡулланыла.
Билдәле бер объекттың исеме ғәҙәттә яңғыҙлыҡ, ә объекттар класын атағаны — уртаҡлыҡ исем тип йөрөтөлә. Яңғыҙлыҡ исемде алмаштырыусы псевдоним тип атала.
Логикала
Логикала исем — телдең ниндәйҙер предметты аңлатҡан һүҙбәйләнеше була, ул киң мәғәнәлә ҡулланыла, был предмет — бер матди объект ҡына түгел, ә «бөтә», «барыһы ла» тип атағанса ҡабул ителә[1].
Логик систематикала (рус.)баш. ғәҙәттә «сенематик өсмөйөш» ҡарала:
- исем;
- ул билдәләгән предмет (денотат йәки десигнат).
Исемдәр — кәрәкле танып белеү һәм аралашыу сараһы. Предметтарҙы һәм уларҙың йыйылмаларын билдәләп, исемдәр телде беҙҙең тир-яҡтағы донъя менән бәйләй.
Исемләү — һүҙҙе йәки фразаны теге йәки был объектҡа йәки субъектҡа тәғәйенләү йәки уларҙы ассоциациялау процесы. Ул, исемдең тәғәйенләнешенән сығып һәм ҡулланыу өлкәһенә ҡарап, ирекле һәм тәбиғи, шулай уҡ ҡәтғи регламентланған булырға мөмкин.
Лингвистикала
Дөйөм алғанда, исем — айырым предметты, оҡшаш предметтар йыйылмаһын, үҙенсәлектәрҙе, мөнәсәбәттәрҙе һ.б. аңлатҡан һүҙ.[1] Мәҫәлән, «Ленин» һүҙе донъя пролетариаты юлбашсыларының береһенең айырым шәхесен аңлата; «композитор» һүҙе музыка ижад итеү менән мәшғүл булған кешеләр төркөмөн күрһәтә; «ҡыҙыл» һүҙе төҫ үҙенсәлеген бирә; «яҡыныраҡ» һүҙе предметтар араһындағы билдәле бер мөнәсәбәтте аңлата. Шулай уҡ ябай һөйләмдә уның эйәһе йәки хәбәренең исем өлөшө булараҡ ҡулланылған тел әйтеме лә исем булып тора.
Исем — рус телендәге «имя существительное» кеүек үк предметты, шәхесте йәки күренеште аңлатҡан һәм «кем?» йә «нимә?» һорауҙарына яуап биргән һүҙ төркөмө. Исемдәр яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәргә бүленә:
- Яңғыҙлыҡ исемдәр — предметты йәки күренеште бер типтағы предметтарҙан йәки күренештәрҙән айырыу өсөн конкрет һәм тулыһынса билдәле предметты йәки күренеште атау өсөн тәғәйенләнгән һүҙҙе йәки һүҙбәйләнеште аңлатҡан термин. Бөтә яңғыҙлыҡ исемдәр ҙә ҙур хәрефтән яҙыла (Мәскәү, Арктика).[1] Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе өйрәнеү менән ономастика фәне шөғөлләнә.
- Уртаҡлыҡ исемдәр дөйөм, бер төрлө, ниндәйҙер оҡшашлыҡҡа эйә булған бер төрлө предметтарҙы (кеше, ҡош, мебель) атау өсөн хеҙмәт итә[2].
Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр араһындағы сик даими түгел һәм хәрәкәтсән: яңғыҙлыҡ исемдәрҙең еңел генә уртаҡлыҡ исемдәргә күсеүе мөмкин: улар атамаларға, ҡушаматтарға, ләҡәптәргә һәм башлыса хайуандарға бирелгән атама исемдәргә әйләнә ала һәм киреһенсә. Миҫалдар: Нарцисс (боронғо грек мифологияһында матур егеттең исеме) — нарцисс (сәскә); Бостон (АҠШ-тағы ҡала) — бостон (йөн туҡыма), бостон (аҡрын вальс), бостон (кәрт уйыны); рус. труд — «Труд» гәзите.
Шәхси исем
Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең бер төрө — кешегә тыуғанда ҡушылған исем. Хәҙерге йәмғиәттә бындай шәхси исем ғәҙәттә берәү генә, әммә элек бер нисә (ике һәм унан да күберәк) исем бирелеүе мөмкин булған. Кешеләрҙең шәхси исемдәре бөтә цивилизацияларҙа ла булған. Һәр халыҡта улар уның мәҙәниәте, көнкүреше менән бәйле. Ниндәй ҙә булһа исемдең барлыҡҡа килеүе өсөн билдәле бер мәҙәни-тарихи шарттар кәрәк. Кешене атаған һәр һүҙҙе тирә-яҡтағылар уның шәхси исеме итеп ҡабул итә башлай, һәм, тимәк, һәр һүҙ исем булып китә ала. Шулай итеп, шәхси исем айырым кешене билдәләү өсөн хеҙмәт иткән һәм уға мөрәжәғәт итеү, шулай уҡ башҡалар менән уның тураһында һөйләшеү өсөн индивидуаль тәртиптә бирелгән һүҙ.
Шәхси исемдәр көнкүрештә, шәхси һөйләшеүҙәрҙә генә түгел, документтарҙа, төрлө рәсми ситуацияларҙа, юридик практикала ла ҡулланыла, һуңғыларында иһә яҙмалағы бәләкәй генә хата йә яңылышлыҡ теге йәки был эҙемтәләргә килтерә. Шәхси исемдәр модалы булырға йәки, киреһенсә, йәмғиәт тарафынан ҡабул ителмәҫкә лә мөмкин. Шәхси исемде алмаштырыусы һүҙ псевдоним тип атала.
Ҡайһы бер телдәрҙәге кеүек русса һәм башҡортса шәхси исемдәрҙең рәсми атамаһы өс өлөштән тора: уға кешенең исеме, атаһының исеме һәм фамилияһы инә. Яҙмала ҡыҫҡартылған форма ла ҡулланылырға мөмкин, был осраҡта инициалдарҙың ике хәрефе араһында һәм инициалдар менән фамилия араһында буш урындар ҡалдырыла. Мәҫәлән, И. П. Павлов, П. И. Чайковский, Р. Ғ. Өмөтбаев. Кешене исеме һәм атаһының исеме менән атау уға ҡарата әҙәпле мөнәсәбәтте күрһәтә, уға ҡарата ихтирамды һыҙыҡ өҫтөнә алыу теләген үҙ эсенә ала.
Рус телендәге иркәләү-кесерәйтеү формаһындағы (гипокористик) исем — теге йәки был суффикс йәки ҡыҫҡартыу ярҙамында шәхси исемдән яһалған рәсми булмаған исем формаһы (Мария — Маша — Машка — Маня — Муся һ.б., Елена — Лена — Алёна — Алеся — Леся, Александр — Саня — Саша — Сашура — Шура; Николай — Коля — Колюсик — Ника һ. б.). Яңы ваҡыттарҙа ҡушаматтар менән сиктәш булған бындай формациялар (рус.)баш. фамилияларҙан (Кислов — Кислый, Панов — Пан) барлыҡҡа килә башланы, быны тарихи рәүештә фамилиялар барлыҡҡа килеүҙең кире процессы тип ҡарарға кәрәк.
Әҙәбиәт
- Груздев Б. И. Имена — их значение в Библии и христианстве // Православная богословская энциклопедия. — СПб.: Издание Петроград. Приложение к духовному журналу «Странник», 1904. — Т. 5. — Стб. 872.;
- Уваров Н. В. Славное имя - высокая честь: энциклопедия имен, книга для семейного чтения. — М.: Инфра-Инженерия, 2012. — ISBN 978-5-9729-0048-0.;
- Васильева Н. В. Поэтика безымянности (по мотивам Милана Кундеры) 2009 йылдың 18 март көнөндә архивланған. // Имя: Семантическая аура / Ин-т славяноведения РАН. — М.: Языки славянских культур, 2007, с. 271—288;
- Ивин А. А. Логика. Учебник для гуманитарных факультетов. — М.: Фаир-пресс, 2002. — ISBN 5-8183-0045-5.;
- Сөләймәнова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа: Китап, 2013. — ISBN 978-5-91608-111-4.;
- Төпәев С. Х. Башҡорт фамилиялары. — Өфө: Китап, 2008. — ISBN 978-5-295-04594-3..