Юнысбаев Булат Хәләф улы

Булат Хәләф улы Юнысбаев (рус. Юнусбаев Булат Халяфович; 1953 йылдың 22 июне, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы2016 йылдың 10 ноябре, Өфө) — ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты, профессор. Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2004), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм мәғариф хеҙмәткәре (2012), Рәсәй Федерацияһы Тәбиғәт фәндәре академияһының маҡтаулы профессоры (2014).

Биография

Булат Хәләф улы Юнысбаев 1953 йылдың 22 июнендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районының Йомаш ауылында тыуған. Уҡытыусылар династияһынан.

1970 йылда Баймаҡ мәктәп-интернатын тамамлай һәм Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә. 1975 йылда уңышлы тамамлап сыға.

Хеҙмәт биографияһын биология уҡытыусыһы булып башлай һәм 1975—1977 йылдарҙа Йомаш урта мәктәбендә эшләй.

1976 йылдан уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1978 йылда Баймаҡ районы Йәш натуралисттар станцияһында директор итеп күсерелә. Бында уның тулыһынса ойоштороу һәләте асыла. 1978—1984 йылдарҙа ауыл укыусыларының етештереүсән хеҙмәте һәм тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге йәһәтенән Баймаҡ районы республикала алдынғы региондар иҫәбендә йөрөй. Булат Хәләф улы эшләгән осорҙа райондың мәктәп яны уҡытыу-тәжрибә участкалары, мәктәп урмансылыҡ бригадалары Рәсәй Федерацияһы һәм СССР күләмендә танылыу ала. 1981 йылда уҡыусыларҙың хеҙмәт һәм ял бригадаларының Бөтә союз конкурсында Баймаҡ районы еңеүсе булып сыға. ВЛКСМ Үҙәк Комитетының һәм профсоюздарҙың Бөтә союз Үҙәк советының (ВЦСПС) күсмә байрағын яулай.

1984—1985 йылдарҙа КПСС райкомының пропаганда һәм агитация бүлегендә инструктор булып эшләй.

1985 йылда һөнәре буйынса аспирантураға уҡырға инә. Шуға бәйле, 1985—1988 йылдарҙа ауыл уҡыусыларының етештереү-ихтисади эшен ойоштороу буйынса үҙе булдырған инновацион моделде тикшереп ҡарау һәм тормошҡа ашырыу өсөн тыуған мәктәбенә эшкә ҡайта. Был проект «Мәктәп тәжрибә хужалығы» тип атала. («Школьное опытное хозяйство»).

1987 йылда Булат Хәләф улын мәктәпкә директор итеп һайлайҙар. Ул Баймаҡ районында был вазифаға һайлау буйынса тәғәйенләнгән тәүге директор. Был йылдар мәктәп өсөн ҡырҡа күтәрелеш йылдары була.

Ҡыҫҡа ғына арауыҡта мәктәптең хеҙмәт тәрбиәһе буйынса заманса материаль-техник базаһы булдырыла. Тәүге рекордлы уңыш алына. Йомаш урта мәктәбе СССР-ың ВДНХ миҙалы менән бүләкләнә. Хеҙмәт берекмәләренең Бөтә союз ярышында еңгәндәре өсөн премия сифатында автобус һәм «Беларусь» тракторы ала.

Мәктәп базаһында республика һәм зона кимәлендә семинарҙар һәм кәңәшмәләр үтә.

1988 йылда Булат Хәләф улын Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтына (хәҙер Республика мәғарифын үҫтереү институты) методист итеп эшкә күсерәләр.

1991 йылдан тәбиғәт-математика фәндәре кафедраһы мөдире итеп билдәләнә. Районда башлаған эшен Булат Хәләф улы «Мәктәп тәжрибә хужалығы» формаһында тормошҡа ашыра һәм тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһен диссертация эше итеп яҡлауға өлгәшә. 2003 йылда тәбиғәт-география фәндәре кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә[1].

Булат Хәләф улы Республика мәғарифын үҫтереү институтында 2016 йылдың 10 ноябренә тиклем эшләне[2].

Маҡтаулы исемдәре

  • «Школа 2002» VI Мәскәү Халыҡ-ара форум-күргәҙмә лауреаты;
  • 2008 йылдағы Рәсәй белем биреү форумында РОСТ инновацион технологияһы өсөн «Жемчужина России» махсус призы эйәһе һәм лауреаты;
  • Рәсәй белем биреү форумының лауреаты(2003, 2009 йй.);
  • Рәсәй белем биреү форумының дипломанты (2004,2006, 2007, 2009, 2010 йй.);
  • Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2004);
  • М.Кәрим исемендәге иҫтәлекле миҙал менән бүләкләнә (Өфө 2009);
  • Педагогия фәндәре өлкәһендәге уңыштары өсөн Ушинский исемендәге миҙал менән бүләкләнә (2009, № 1707);
  • В,А.Сухомлинский исемендәге миҙал менән бүләкләнә (2011, № 1-2011);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм мәғариф хеҙмәткәре (2012, № 01356);
  • Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының маҡтаулы профессоры (2014).
  • Париждағы халыҡ-ара китап күргәҙмәһенең алтын миҙалына лайыҡ була (2015)

Иҫкәрмәләр

  1. Юнусбаев Булат Халяфович - Кафедра Кафедра теории и методики преподавания биологии, химии и географии. Известные ученые. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 октябрь 2025.
  2. 22 июня исполнилось бы 70 лет Юнусбаеву Булату Халяфовичу (22 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 октябрь 2025.