Минакова Любовь Викторовна

Минакова Любовь Викторовна (22 июнь 1981 йыл) — рәсәй дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры (2025)[1]. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзаһы.

Биографияһы

Любовь Викторовна Минакова 1981 йылдың 22 июнендә Магадан өлкәһенең Анадырь ҡалаһында тыуған[1].

Санкт-Петербург дәүләт политехник университетын «бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит» һөнәре буйынса тамамлаған, «иҡтисадсы» квалификацияһы алған.

2003—2016 йылдарҙа төрлө коммерция ойошмаларында баш бухгалтер булып эшләй.

2016—2017 йылдарҙа — Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең эштәр идаралығында 1-се категориялы инспекторы, әйҙәүсе инспекторы, контроль бүлегенең әйҙәүсе инспекторы.

2018—2021 йылдарҙа — шәхси эшҡыуар.

2020—2022 йылдарҙа — «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте филиалы булған Өфө юл ремонтлау һәм төҙөү идаралығы начальнигы урынбаҫары.

2022—2025 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары, министр вазифаһын башҡарыусы.

2025 йылдың 24 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры итеп тәғәйенләнә[1].

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Люди-Политика и администрация-Минакова Любовь Викторовна. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2025.

Тема буйынса өҫтәмә