Мостафина Светлана Анатольевна
Мостафина Светлана Анатольевна (рус. Мустафина Светлана Анатольевна; 1962 йылдың 8 апреле, Татищево[d], Һарытау өлкәһе) — совет һәм рус математик, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. 2025 йылдың мартынан Башҡортостан Республикаһының фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
Биография
1967 йылдың 8 апрелендә Татищево ҡасабаһында, Һарытау өлкәһе РСФСР, СССР тыуған[1].
1989 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, 1990 йылға тиклем шунда уҡ эшләгән.
1993 йылдан — Стәрлетамаҡ педагогия институты уҡытыусыһы (2004—2012 йылдарҙа — З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы; 2012 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы).
2008 йылдан — информатика һәм математика кафедраһы мөдире, 2009 йылдан — математик моделләштереү, ә 2011 йылдан — Стәрлетамаҡ филиалының физика-математика факультеты деканы.
2007 йыл — физика-математика фәндәре докторы, 2008 йыл — профессор[1].
2020 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының ғилми һәм инновация эштәре буйынса проректоры.[2]
2022 йылда университетты Өфө фән һәм технологиялар университеты (ӨФТУ) итеп үҙгәртеүенән һуң — ғилми эш буйынса проректор.[2] 2023 йылда — филиал селтәрен үҫтереү буйынса проректор, 2024 йылда — ӨФТУ-ның цифрлы трансформация буйынса проректоры.[3] 2025 йылдың мартында — Башҡортостан Республикаһының фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнгән.[4][5]
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни тикшеренеүҙәре Математик моделләштереүгә, химик процестарҙы, реакторҙарҙа бара торған процестарҙы, Программалаштырыуҙы өйрәнүгә арналған. Эшкәртмәләр «Каучук» ябыҡ акционер йәмғиәтендә, Ишембай нефть колледжында һәм башҡа ойошмаларҙа индерелгән.
400-ҙән ашыу фәнни һәм уҡыу-методик эштәр, 27 уйлап табыу авторы. Төп хеҙмәттәре:
- Мустафина, С. А. Сәнәғәт катализы реакцияларын моделләштереү һәм уларҙы үткәреүҙең оптималь шарттарын билдәләү. — Өфө, 2006;
- Мустафина, С. А. Катмарлы кинетик схемаларҙы редукциялауҙың теоретик-граф ысулдары. — Өфө, 2013 (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
- Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреүҙең почётлы хеҙмәткәре (2011)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Спивак, С. И. Мустафина, Светлана Анатольевна // Т. 4. Л—О / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Гос. авт. учреждение науки Р-ки Башкортостан «Науч.-изд. комплекс „Башкирская энциклопедия“», 2008. — 672 с. — (Башкирская энциклопедия). — 7 тыс. экз. — ISBN 978-5-88185-068-5.
- ↑ 1 2 Главой госкомитета Башкирии по науке стала известный учёный-математик Светлана Мустафина. Уфимский университет науки и технологий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2025.
- ↑ В Башкирии создали Госкомитет по науке и высшему образованию. Его возглавила Светлана Мустафина. ufa1.ru (10 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2025.
- ↑ Госкомитет Башкортостана по науке и высшему образованию возглавила Светлана Мустафина. Евразийский НОЦ РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2025. Архивировано 11 август 2025 года.
- ↑ Главой госкомитета Башкирии по науке стала Светлана Мустафина. Башинформ (10 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2025.