Авдеева Александра Андреевна
Александра Андреевна Авдеева (1986 йылдың 21 ғинуары, Өфө) — юрист, суд һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2025 йылдың декабренән Өфө ҡалаһы Октябрь районы 2-се суд участкаһының мировой судьяһы, 2024 йылдың декабренән — Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе — баш дәүләт торлаҡ инспекторы вазифаһын башҡарыусы.
Биографияһы
Авдеева Александра Андреевна 1986 йылдың 21 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. А. М. Горький исемендәге Халыҡтар Дуҫлығы орденлы 3-сө гимназияны тамамлаған. Артабан юғары белемле хоҡуҡ белгесе — юрист һөнәрен үҙләштергән.
Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетында етәксе вазифаларға тиклем хеҙмәт юлы үтә: 2022 йылғаса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары, 2022 йылдан Башҡортостан Республикаһының торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — баш дәүләт торлаҡ инспекторы (рус.)баш. урынбаҫары була.
2024 йылдың 25 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Указы менән Александра Авдеева Башҡортостан Республикаһының торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе — төбәктең баш дәүләт торлаҡ инспекторы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[1]. Ул бында 2022 йылдың авгусынан эшләгән Артур Дәүләтшинды алыштыра[2].
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 2025 йылдың 18 декабрендә үткән 28-се пленар ултырышында Александра Авдеева Өфө ҡалаһы Октябрь районы 2-се суд участкаһының (рус.)баш. мировой судьяһы итеп һайлана[3][4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Исполнение обязанностей председателя Госкомитета Башкортостана по жилищному и строительному надзору возложено на Александру Авдееву. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт (25 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Блондинка у руля: смотрите, кто заменил попавшего под следствие главу Госжилнадзора Башкирии. Сетевое издание «Уфа1.ру» (25 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Экс-первый зампред Госжилстройнадзора Башкирии избрана мировым судьей в Уфе. ИА «Башинформ» (18 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Авдеева Александра Андреевна. Сайт «Судьи России» (17 ғинуар 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Государственный комитет Республики Башкортостан по жилищному и строительному надзору. Официальный сайт. Заместитель председателя Государственного комитета Республики Башкортостан по жилищному и строительному Александра Авдеева 26 мая 2022 года рассказала о важном в сфере жилищного и строительного надзора РБ Центру Управления Регионом в телепередаче «Салям» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2026)
- Сетевое издание «Уфа1.ру». Хабиров уволил председателя Госкомитета по жилищному и строительному надзору Башкирии (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2026)