Сәғитов Ирек Хәйривара улы

Ирек Хәйривара улы Сәғитов (рус. Ирек Хайривариевич Сагитов; 1969 йылдың 11 июле, Мостафа, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй юрисы, комсомол, эске эштәр һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Полиция полковнигы. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары. II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнеүсе (2024), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев (202?), Халыҡтар дуҫлығы ордендары (2020) кавалеры.

Биографияһы

Сәғитов Ирек Хәйривара улы 1969 йылдың 11 июлендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Мостафа ауылында тыуған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1991 йылда Өфө автотранспорт (рус.)баш. техникумының ВЛКСМ комитеты секретары булып башлай.

1992—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы махсус тәғәйенләнештәге милиция отряды (ОМОН) милиционеры, отделение, взвод командиры, оператив рота командиры урынбаҫары һәм оператив рота командиры.

2000—2003 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ОМОН-ы командирының техника һәм ҡоралланыу буйынса урынбаҫары.

2003 йылда — Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы ОМОН командиры урынбаҫары.

2003—2016 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ОМОН-ы командиры.

2016—2018 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы буйынса Росгвардия (рус.)баш. идаралығының ОМОН командиры.

2018—2019 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы буйынса Росгвардия идаралығы начальнигы урынбаҫары.

2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • «Атайсал» проекты сиктәрендә тыуған ауылында балалар өсөн спорт майҙансығы алып урынлаштыра. Шулай уҡ һәр йортҡа — өйҙә төтөн еҫе сыҡҡанын белдергән 214 автоматик янғын иҫкәрткесе алып бүләк итә[2].

Ғаиләһе

Өйләнгән, ике ҡыҙ атаһы.

Мауығыуҙары

Хоккей уйнарға ярата һәм БР Хөкүмәтенең йыйылма командаһында тора. Конькиҙа һәм тау саңғыһында шыуа. Музыка һәм вокал (рус.)баш. менән шөғөлләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. Вице-премьером правительства Башкирии стал Ирек Сагитов. ИА «Башинформ» (22 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
  2. Сагитов Ирек Хайривариевич. портал - "Атайсал" - малая родина". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
  3. Владимир Путин наградил и.о. вице-премьера Башкирии. Новости Mail (6 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2026-004-22. (рус.)
  4. Указ Главы Республики Башкортостан от 1 октября 2019 г. N УГ-323 «О награждении государственными наградами Республики Башкортостан». Гарант - информационно-правовое обеспечение. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
  5. Список награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан (21 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
  6. Вперёд – к новым наградам! Электронная газета Аургазинского района «Аургазета» (22 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
  7. Администрация Аургазинского района. Почетные граждане. Сагитов Ирек Хайривариевич. Муниципальный район Аургазинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә