Болычева Маргарита Дмитриевна

Маргарита Дмитриевна Болычева (1993 йылдың 3 авгусы, Мәскәү) — журналист, иҡтисадсы, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2021 йылдың ноябренән Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры[1].

Биографияһы

Маргарита Дмитриевна Болычева 1993 йылдың 3 авгусында Мәскәүҙә тыуған[1].

Белеме

2015 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай, шул уҡ йылда «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университетында өҫтәлмә һөнәри әҙерлек үтә.

2018 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында аспирантура тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

2016 йылдан — «Медиа-контент» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең халыҡ-ара мәғлүмәт хеҙмәте продюсеры.

2017 йылдың ғинуарынан авгусына тиклем — «Медиа-контент» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең продюсерҙар хеҙмәте продюсеры.

20182019 йылдар — Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы фондының PR-менеджеры.

2019 йылдың июненән ноябренә тиклем — Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы фонды директоры урынбаҫары.

20192020 йылдарБашҡортостан Республикаһының «Офис-төркөм» конгресс-бюроһының милләт-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса сараларҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры.

2020 йылдан — Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары.

2020—2021 йылдар — Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе[2].

2021 йылдың ноябрендә Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры итеп тәғәйенләнә[3][4][5].

2023 йылдың көҙөндә ул Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең иҡтисади үҫеш министрҙары менән Координация кәңәшмәһендә ҡатнашты.

2024 йылдың мартында Мәскәүҙә Менеджерҙар ассоциацияһының Медиа һәм мәғлүмәт сәйәсәте комитеты ултырышында ҡатнаша, унда йәмәғәтселек менән бәйләнештәр өлкәһендәге тәжрибәһе тураһында доклад менән сығыш яһай[6].

Шәхси тормошо

  • Өйләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

2014 йылда Сочи ҡалаһында XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарын ойоштороуға һәм үткәреүгә индергән өлөшө өсөн Рәхмәт хаты.
2018 йылда Кишинёвта беренсе Молдова-Рәсәй иҡтисади форумында хеҙмәттәшлек иткәне өсөн Молдова Республикаһы президенты аппаратының Рәхмәт хаты.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенконың Рәхмәт хаты.
Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты [7].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Министром внешнеэкономических связей и конгрессной деятельности Башкортостана назначена Маргарита Болычева. Администрация Главы Республики Башкортостан. Официальный сайт. 18.10.2021 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2026)
  2. Министром внешнеэкономических связей и конгрессной деятельности Башкортостана назначена Маргарита Болычева. glavarb.ru. Администрация Главы РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2025.
  3. Павел Крайнов. Молодая красавица из Москвы возглавила госкомитет Башкирии по внешним связям. ufa.kp.ru (16 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2025.
  4. Ирина Самойлова. Госкомитет по внешнеэкономическим связям возглавила Маргарита Болычева (16 март 2020). 20 ғинуар 2025 тикшерелгән.
  5. Новым министром в Башкирии стала 28-летняя девушка (18.10.2021). 20 ғинуар 2025 тикшерелгән.
  6. Болычева Маргарита Дмитриевна. FedPress. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2026.
  7. Болычева Маргарита Дмитриевна. Сайт Министерства внешнеэкономических связей и конгрессной деятельности Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2025.

Тема буйынса өҫтәмә