Хәбибов Руслан Таһир улы

Хәбибов Руслан Таһир улы[1] (рус. Хабибов Руслан Тагирович; 3 май 1974 йыл, РСФСР, Һамар ҡалаһы) — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының спорт министры.

Биографияһы

Руслан Таһир улы Хәбибов 1974 йылдың 3 майында Һамарҙа тыуа.

Белеме

1996 йылда Пермь хәрби авиация техник училищеһын «Самолёттарҙы һәм авиация двигателдәрен ҡулланыу һәм ремонтлау», 2003 йылда — Башҡорт дәүләт университетын «Социаль хеҙмәт» специальносы буйынса тамамлай.

Хәрби хеҙмәте

1991—1998 йылдар — Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

1998 йылда — МАП «АЭРО» авиакомпанияһының коммерция директоры.

1999—2005 йылдарҙа — «Үҫмер» медик-педагогик үҙәктең педагог-ойоштороусыһы, Йәштәрҙе призывҡа тиклем әҙерләү үҙәгенең 1-се категориялы белгесе, баш белгесе, директоры, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе урынбаҫары

2005—2009 йылдарҙа — Калинин районының 157-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры.

2009—2011 йылдарҙа — Калинин районы хакимиәте башлығының гуманитар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.

2011—2013 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының опека һәм попечителлек буйынса идаралыҡ начальнигы.

2013—2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары.

2014—2018 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйсәте һәм спорт министры урынбаҫары.

2018 йылдың 29 сентябре — 2021 йылдың 20 июне — Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйсәте һәм спорт министры[2].

2021 йылдың 21 июненән — Башҡортостан Республикаһының спорт министры[3].

2024 йылдың 28 декабренән — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының спорт министры вазифаһын башҡарыусы[4][5][6][7][8].

2025 йылдың 30 ғинуары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының спорт министры[9].

2025 йылдың 2 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үҙенең бойороғо менән Руслан Хәбибовҡа яңы вәкәләттәр бирҙе. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам сараларын күрһәтеү буйынса эште ойоштороу менән шөғөлләнәсәк, шулай уҡ Башҡортостандың тейешле хоҡуҡи акттарын әҙерләүҙе тәьмин итәсәк. Республика хөкүмәтендәге бурыстарҙы бүлеүгә шундай үҙгәрештәр индерелгән[10].

Ғаиләһе

Өйләнгән, өс бала атаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• РФ Оборона министрлығының «Генерал Армии Маргелов» миҙалы
• РФ Оборона министрлығының «За отличие», «За заслуги» отличие билдәһе
• Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы
• «2014 йылда Сочи ҡалаһында XXII Ҡышҡы Олимпия уйындары һәм XI Ҡышҡы Паралимпия уйындары» иҫтәлекле миҙалы
• «2017 йылда Сочи ҡалаһында XIX Бөтә донъя йәштәр һәр студенттар фестивале» иҫтәлекле миҙалы
• Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәте
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы
• Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советының Почёт грамотаһы
«Салауат Юлаев» ордены[11].

Иҫкәрмәләр

  1. Хабибов Руслан Тагирович. Правительство Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2025.
  2. Министром молодёжной политики и спорта Башкирии назначен Руслан Хабибов (29.09.2018). 13 февраль 2025 тикшерелгән.
  3. Министром спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов. Администрация Главы Республики Башкортостан (21 июнь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2025.
  4. Глава Минспорта Хабибов стал и. о. вице-премьера правительства Башкирии (28 декабря 2024). 13 февраль 2025 тикшерелгән.
  5. Андрей Бирюков. Министр спорта Башкирии под Новый год получил повышение до вице-премьера (28 декабря 2024). 13 февраль 2025 тикшерелгән.
  6. Идэль Гумеров. Радий Хабиров повысил статус министра спорта Башкирии до вице-премьера (28 декабрь 2024). 13 февраль 2025 тикшерелгән.
  7. Министр спорта Руслан Хабибов назначен и. о. вице-премьера Башкирии (28 декабрь 2024). 13 февраль 2025 тикшерелгән.
  8. Министр спорта Башкирии получил полномочия вице-премьера (28 декабря 2024). 13 февраль 2025 тикшерелгән.
  9. Захар Яковлев. Глава Минспорта Башкирии назначен на должность заместителям премьер-министра республики. ufa.kp.ru (30 ғинуар 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2025.
  10. Эдуард Кускарбеков. Вице-премьера Башкирии Руслана Хабибова наделили новыми полномочиями. ИА «Башинформ» (2 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. (рус.)
  11. Хабибов Руслан Тагирович. Министерство спорта Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2025.

Тема буйынса өҫтәмә