Арыҫланова Гөлшат Марат ҡыҙы
Арыҫланова Гөлшат Марат ҡыҙы | |
---|---|
![]() | |
| |
2021 йылдың 16 мартынан | |
Алда эшләүсе | Денис Булатов |
2019 — 2021 | |
2018 — 2019 | |
|
|
Тыуған |
28 декабрь 1975 (49 йәш) СССР, Рәсәй Федерацияһы Башҡорт АССР-ы Дүртөйлө ҡалаһы |
Белеме | |
Эшләгән урыны |
Гөлшат Марат ҡыҙы Арыҫланова (рус. Арсланова Гульшат Маратовна, 28 декабрь 1975 йыл, Дүртөйлө, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре һәм иҡтисад һәм социаль сәйәсәт өлкәһендә белгес; Башҡортостан Республикаһының Көнәркәшлек сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе (2021 йылдан).
Биографияһы
Гөлшат Марат ҡыҙы Арыҫланова 1975 йылдың 28 декабрендә Дүртөйлө ҡалаһында тыуған.
Башҡорт дәүләт педагогия институтын һәм Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһын тамамлаған. Шулай уҡ ул Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында (рус.)баш. профессиональ әҙерлек үткән.
- Хеҙмәт юлы
Гөлшат Арыҫланова 1997 йылда Дүртөйлө ҡалаһының халыҡ мәғарифы бүлегендә черчение уҡытыусыһы булып эшмәкәрлеген башлай. 2001—2003 йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология кафедраһында ассистент булып эшләй.
2003—2006 йылдарҙа Арыҫланова «Уфагаз» ААЙ «Газ-Сервис» филиалының директор ярҙамсыһы булып эшләй. 2006—2018 йылдарҙа ул «Уфагаз» ААЙ «Газ-Сервис» филиалының баш профсоюз ойошмаһы рәйесе, 2014 йылдан — «Газпром газораспределение Уфа» ААЙ филиалы рәйесе булып эшләй[1].
- Дәүләт хеҙмәте
2018—2019 йылдарҙа Гөлшат Арыҫланова Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күпфункциялы үҙәгенең беренсе урынбаҫары һәм вазифа башҡарыусы директоры итеп тәғәйенләнә.
2019 йылда ул Башҡортостан Республикаһының Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры итеп тәғәйенләнә, 2020 йылға тиклем ошо вазифала эшләй. 2020 йылдың 29 ғинуарынан 2021 йылдың 11 мартында ул Республика дәүләт автоном учреждениеһы күпфункциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр үҙәгенең директоры булып эшләй.
2021 йылдың 12 мартында Башҡортостандың Көнәркәшлек сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Денис Булатов үҙ теләге буйынса вазифаһынан китте[2], Башҡортостан Республикаһы Башлығының указы менән был урынға Гөлшат Арыҫланова тәғәйенләнде[3].
Гөлшат Марат ҡыҙы Арыҫланова иҡтисад һәм социаль сәйәсәт өлкәһендә, белем биреү, энергетика һәм дәүләт хеҙмәте өлкәләрендә күп йыллыҡ эш тәжрибәһе булған белгес[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Арсланова Гульшат Маратовна . Уфимский бизнес портал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2025.
- ↑ Гөлшат Арыҫланова - яңы рәйес (башҡ.). Башҡортостан гәзите (1 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2025.
- ↑ Председателем Госкомитета Башкортостана по конкурентной политике назначена Гульшат Арсланова . Глава Республики Башкортостан (16 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2025.
- ↑ Ещё один госкомитет Башкирии возглавила женщина . Аргументы и Факты. Уфа (16 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2025.
Һылтанмалар
- О председателе Госкомитета РБ по конкурентной политике . Государственного комитета Республики Башкортостан по конкурентной политике (16 март 2021).