Первов Кирилл Сергеевич

Кирилл Сергеевич Первов (1985 йылдың 19 авгусы, Өфө) — ҡотҡарыусы-инженер, дәүләт органдары хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт кәңәшсеһе. 2016—2024 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, 2023—2024 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы. 2024 йылдың 5 майынан — Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы.

Биографияһы

Кирилл Сергеевич Первов 1985 йылдың 19 авгусында Башҡорт АССР-ының[2] баш ҡалаһы Өфөлә тыуған[3].

Белеме: Өфө дәүләт авиация техник университетының «ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә яҡлау» факультетын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын «дәүләт идаралығы» һөнәре буйынса тамамлаған[4].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2002 йылда Башҡортостан Республикаһының Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡыу-методик үҙәгендә башлай[3].

20032004 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса курстары лаборанты, технигы[4].

2004—2007 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡыу-методик үҙәгенең программисы, үҙәк начальнигының административ-хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары[3].

2007—2011 йылдарҙа — Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте хеҙмәткәре[4].

2011—2013 йылдарҙа —Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы аппаратының административ органдар эшен анализлау бүлегенең баш консультанты, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары ярҙамсыһы[3].

2013—2016 йылдарҙаБашҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының иҡтисади үҫеш департаментының спорт һәм туризм бүлеге мөдире, йәштәр сәйәсәте, спорт, эшҡыуарлыҡ һәм туризм департаментының эшҡыуарлыҡ һәм туризм бүлеге мөдире, инвестиция сәйәсәте бүлеге мөдире[4].

2016—2024 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары[5], рәйес вазифаһын башҡарыусы[3][4].

2024 йылдың 5 майынан — Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы;
  • Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Ҡотҡарыу эшен пропагандалаған өсөн» миҙалы;
  • Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Ҡотҡарыу хаҡына берләшмә өсөн» миҙалы;
  • Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Ҡаҙаныштары өсөн» күкрәк билдәһе;
  • «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе;
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы;
  • Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә