Мәүлитбирҙин Илдар Марат улы
Мәүлитбирҙин Илдар Марат улы (рус. Мавлетбердин Ильдар Маратович; 1986 йылдың 12 марты, Чита өлкәһе) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры (2023 йылдан).
Биографияһы
Илдар Марат улы Мәүлитбирҙин 1986 йылдың 12 мартында Чита өлкәһендә тыуған.
Белеме Башҡорт дәүләт университетын «Юриспруденция» һөнәре буйынса отличие менән тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге 2007 йылда — мәҙәниәт өлкәһендәге коммерцияға ҡарамаған ойошма юрисы.
2010—2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡтың ойоштороу-контроль бүлегенең әйҙәүсе эксперт-белгесе, баш эксперт-белгесе, юридик бүлек етәксеһе урынбаҫары, лицензиялау һәм дәүләт аккредитацияһы бүлеге начальнигы.
2014—2016 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ начальник урынбаҫары.
2016—2018 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратының Социаль сәйәсәт департаментының дөйөм һәм һөнәри белем бүлеге мөдире.
2018—2023 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары[1][2].
2023 йылдың октябрендә Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры итеп тәғәйенләнә[3][4][5][6].
Ғаиләһе Өйләнгән, өс бала атаһы[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
(Мәғлүмәт юҡ)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Первым замминистра образования РБ назначен Ильдар Мавлетбердин. ГТРК «Башкортостан» (22 июнь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
- ↑ Первым замминистра образования Башкирии стал 32-летний Ильдар Мавлетбердин. АиФ-Уфа (22 июнь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
- ↑ Минобразования Башкирии возглавил Ильдар Мавлетбердин. РБК-Уфа (23 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
- ↑ Министром образования и науки Республики Башкортостан назначен Ильдар Мавлетбердин. Официальный сайт Главы Республики Башкортостан (23 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
- ↑ Уроженец Забайкалья на скромной иномарке: кого поставили исполнять обязанности министра образования Башкирии. УФА1.ру (4 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
- ↑ Захар Яковлев. Новым министром образования и науки Башкирии назначили Ильдара Мавлетбердина. Комсомольская правда — Уфа (24 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
- ↑ Уроженец Забайкалья на скромной иномарке: кого поставили исполнять обязанности министра образования Башкирии. УФА1.ру (4 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.