Голованова Ирина Александровна

Ирина Александровна Голованова (1973 йылдың 3 октябре, Күмертау, Башҡорт АССР-ы) — бухгалтер, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2013 йылдан Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, 2018 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы ярҙамсыһы. 2019—2021 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары, 2022 йылдың авгусынан — Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы. 2023 йылдың ноябренән — Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры[1][2][3].

Биографияһы

Ирина Александровна Голованова 1973 йылдың 3 октябрендә Башҡорт АССР-ының Күмертау ҡалаһында тыуған[1].

Белеме

Күмертау авиация техникумын, «бухгалтер иҫәбе» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт аграр университетын һәм «көрсөккә ҡаршы идара итеү» һөнәре буйынса — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлаған[1][4].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

1993 йылдан — «Агропромбанк»тың Көйөргәҙе районындағы Ермолаево бүлексәһенең кредит инспекторы[1].

1999 йылдан — «Социнвестбанк»тың Күмертау филиалының оператор-бухгалтеры[1].

19992006 йылдарҙа — Ермолаево араҡы-спирт комбинатының баш иҡтисадсыһы, иҡтисад-финанс бүлеге начальнигы[1].

20062007 йылдар — Күмертау ТЭЦ-ының беренсе категориялы бухгалтеры, баш бухгалтеры.

2008 йыл — «"Башагропродукт" Аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү республика агентлығы» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директорының иҡтисад һәм финанс буйынса урынбаҫары.

20082013 йылдарҙаБашҡортостан Республикаһы профсоюздар федерацияһының әйҙәүсе белгесе, производство-иҡтисад бүлеге мөдире.

2013—2018 йылдарҙа — Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.

2018—2019 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы ярҙамсыһы.

2019—2021 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары.

2022 йылдың авгусынан — Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы[5].

2023 йылдың ноябренән — Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры[1][6][7][8][9].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. Министром жилищно-коммунального хозяйства Башкортостана назначена Ирина Голованова. 24 ноября 2023 года (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 22 март 2025)
  2. Правительство Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная > Правительство > Состав > Голованова Ирина Александровна. Должность: Министр жилищно-коммунального хозяйства Республики Башкортостан. 27 ноября 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2025)
  3. Министерство жилищно-коммунального хозяйства Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная → Министерство → Структура → Голованова Ирина Александровна (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 22 март 2025)
  4. Ирина Голованова назначена Министром жилищно-коммунального хозяйства Башкортостана. Глав ЖКХ (25 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2025.
  5. В Башкирии нашли замену арестованному министру ЖКХ Борису Беляеву (9 марта 2021). 8 февраль 2025 тикшерелгән.
  6. Булат Баширов. Министром ЖКХ Башкирии назначена Ирина Голованова (27 ноябрь 2023). 8 февраль 2025 тикшерелгән.
  7. Ирина Голованова избавилась от приставки и.о. и стала министром ЖКХ Башкирии (25.11.2023). 8 февраль 2025 тикшерелгән.
  8. Министром жилищно-коммунального хозяйства Башкортостана назначена Ирина Голованова. glavarb.ru (24 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2025.
  9. Соловьева, Мария. Новым министром ЖКХ Башкирии стала Ирина Голованова (24 ноябрь 2023). 8 февраль 2025 тикшерелгән.

Тема буйынса өҫтәмә