Шельдяев Александр Николаевич

Александр Николаевич Шельдяев (1981 йылдың 14 марты, Карловка[d], Һарытау өлкәһе) — инженер, юғары мәктәп, ауыл хужалығы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры, 2022 йылдан — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры.[1].

Биографияһы

Шельдяев Александр Николаевич 1981 йылдың 14 мартында хәҙерге Һарытау өлкәһенең Пугачёв районы Карловка ауылында тыуған.

Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында өҫтәмә һөнәри әҙерлек үткән.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2003 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып башлай.

2004 йылдан — «ГАЛС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең сервис хеҙмәте инженеры.

20052010 йылдарҙаБашҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты дөйөм бүлегенең әйҙәүсе белгесе; яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереү, иҡтисад тармаҡтарын координациялау (рус.)баш. һәм сауҙа бүлегенең консультанты, баш консультанты.

2010 йыл — Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары.

2010 йыл — «Башмелиоводхоз» идаралығы дәүләт унитар предприятиеһының баш инженеры.

20102014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының координация-аналитика бүлеге кәңәшсеһе; инновацион үҫеш, фән, элемтә һәм киң коммуникациялар бүлеге мөдире урынбаҫары; иҡтисади үҫеш бүлеге мөдире урынбаҫары; иҡтисади үҫеш департаментының планлаштырыу һәм территориаль үҫеш бүлеге мөдире[1].

20142019 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының иҡтисади үҫеш департаменты (рус.)баш. директоры.

2019 йыл — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе урынбаҫары.

20192022 йылдар — Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры.

2022 йылдың авгусынанБашҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар (рус.)баш. министры[2].

2026 йылдың 23 ғинуарында Александр Шельдяевтың республикала ғилми-технологик үҫеш һәм интеллектуаль милекте үҫтереү мәсьәләләре өсөн яуап бирәсәге тураһында иғлан ителде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай бойороҡҡа ҡул ҡуйған[3].

2026 йылдың 26 ғинуарында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров вице-премьер — төбәктең сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевты республикала интеллектуаль милек өлкәһенең фәнни-технологик үҫеше һәм үҫеше өсөн яуаплы итеп тәғәйенләне. Указдың тексы хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған[4]

Киң мәғлүмәт сараларына интервьюлары

  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2026 йылдың 7 мартында Александр Шельдяев мессенджерҙарҙағы үҙенең уҡыусыларына һәм хеҙмәттәштәренә иғтибарлы булыуҙы һорап мөрәжәғәт итте, сөнки мессенджерҙарҙа уның исеменән ялған биттәр булдырылған[5];
  • 2025 йылдың 22 декабрендә Александр Шельдяев «Россия 24. Башкортостан» телеканалының «Вести. Интервью» программаһына йыл йомғаҡтары, дрондар һәм сәнәғәт үҫеше тураһында һөйләне[6];
  • 2022 йылдың 17 ноябрендә «Республика Башкортостан» гәзитенең рәсми сайтында яҙылыуынса, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев социаль селтәрҙә республикала яңыраҡ булдырылған һәм 1 декабрҙә билдәләргә ҡарар ителгән байрамға — Сәнәғәтселәр көнөнә арналған пост баҫтырып сығарған. Ул был байрамдың мөһимлеген билдәләй[7];
  • 2022 йылдың 25 октябрендә «Российская газета»ның интернет-порталындағы интервьюһында Александр Шельдяев иҡтисадтың реаль секторы алдында торған бурыстар тураһында һөйләй[8].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Пресс-служба Главы Республики Башкортостан. Заместителем Премьер-министра Правительства Башкортостана – министром промышленности, энергетики и инноваций республики назначен Александр Шельдяев. Сайт Главы Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2026. (рус.)
  2. Александр Шельдяев назначен вице-премьером по научно-технологическому развитию. ИА «Башинформ» (30 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2026. (рус.)
  3. Гульфия Акулова. В Башкирии назначили ответственного за научно-технологическое развитие. ИА «Башинформ» (23 ғинуар 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2026. (рус.)
  4. Глава минпрома Башкирии будет отвечать за научно-технологическое развитие. КоммерасантЪ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  5. Наталья Овчарук. Вице-премьер правительства Башкирии опубликовал важное сообщение. ИА «Башинформ» (7 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2026.  (рус.)
  6. Александр Шельдяев — об итогах года, дронах и промышленном росте. Филиал ФГУП ВГТРК ГТРК «Башкортостан». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2026. (рус.)
  7. Татьяна Круглова. Александр Шельдяев объяснил, чем важен День промышленника. «Республика Башкортостан». Официальный сайт (17 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2026. (рус.)
  8. Гульназ Данилова (Уфа). В Башкирии разрабатывают беспилотники и шьют амуницию для армии. Интернет-портал «Российской газеты» (25 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2026. (рус.)
  9. Шельдяев Александр Николаевич. Медаль ордена «За заслуги перед Отечеством» II степени. Сайт «Награды России». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2026.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә