Шәрәфетдинов Наил Фәнил улы
Наил Фәнил улы Шәрәфетдинов (рус. Шарафутдинов Наиль Фанилевич; 1989 йылдың 21 феврале, Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй дәүләт хеҙмәткәре, 2024 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе[1].
Биографияһы
Наил Шәрәфетдинов 1989 йылдың 21 февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. 2011 йылда Башҡорт дәүләт университетын «Финанс һәм кредит» һөнәре буйынса тамамлай[2].
Хеҙмәт юлы
2012 йылдың 1 февраленән Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитетында эшләй башлай. Торлаҡ-коммуналь һәм социаль хеҙмәттәрҙе көйләү бүлегенең белгес-эксперты, әйҙәүсе белгес-эксперты, баш белгес-эксперты (рус.)баш. вазифаларын биләй. 2015 йылдың 1 апреленән торлаҡ-коммуналь һәм социаль хеҙмәттәрҙе көйләү бүлеге начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2017 йылдың 1 мартынан коммуналь һәм социаль хеҙмәттәрҙе көйләү бүлеген етәкләй.
- Рәйес урынбаҫары
2018 йылдың 21 июнендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 574-се бойороғо менән Шәрәфетдинов Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Был вазифала ул алты йылдан ашыу эшләй, торлаҡ-коммуналь өлкәлә тарифтарҙы көйләү мәсьәләләре өсөн яуаплы була[2].
- Комитет рәйесе
2024 йылдың 23 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Шәрәфетдинов, оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан Светлана Бурдюк урынына, Башҡортостан Республикаһы тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. 2024 йылдың 19 декабрендә рәсми рәүештә Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһына раҫлана[3][4].
Наградалары
- Юғары профессиональ оҫталығы һәм вазифа бурыстарын өлгөлө үтәгәне өсөн 2016 йылдың 18 октябрендә Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитетының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә.
- Һөнәри оҫталығы һәм вазифа бурыстарын өлгөлө үтәгәне өсөн 2018 йылдың 21 июнендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының Рәхмәт хаты менән бүләкләнә[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Главы Республики Башкортостан от 19 декабря 2024 года. Официальное опубликование правовых актов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 Зампредседателя Госкомитета Башкирии по тарифам назначен Наиль Шарафутдинов. Башинформ (22 июнь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2026.
- ↑ В Башкирии в Госкомитете по тарифам сменился руководитель. Электогазете. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2026.
- ↑ Структура. Государственный комитет Республики Башкортостан по тарифам. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2026.