Абдрахманов Азамат Фәрит улы
Азамат Фәрит улы Абдрахманов (рус. Азамат Фаритович Абдрахманов; 1979 йылдың 26 июне, Ҡолғона, Башҡорт АССР-ы) — юрист-ғалим, юғары мәктәп һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2023 йылдың 12 майынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе[1].
Биографияһы
Абдрахманов Азамат Фәрит улы 1979 йылдың 26 июнендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуған.
Белеме
Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
2004 йылда — Ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам республика үҙәге директоры.
2004—2006 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитетының әйҙәүсе белгесе, Башҡорт дәүләт университетының дәүләт тарихы һәм хоҡуҡ кафедраһы ассистенты (рус.)баш..
2006—2011 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең дәүләт, муниципаль хеҙмәт һәм кадрҙар бүлегенең баш белгесе, мөдир урынбаҫары, дәүләт-хоҡуҡ идаралығының ҡануниәт эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бүлек советнигы, дәүләт граждан һәм муниципаль хеҙмәт бүлеге мөдире, дәүләт граждан хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығы начальнигы.
2011—2019 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһенең хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.
2019 йылда — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс мәсьәләләре буйынса беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.
2019—2021 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы хакимиәте башлығы[2].
2021 йылдың ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты (рус.)баш. етәксеһе итеп тәғәйенләнә[3].
2023 йылдың 12 майында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[4][5][6][7].
2025 йылдың 25 июнендә вазифа бурыстарына яңы төбәктәр менән эшләү буйынса вәкәләттәр өҫтәлә, ул махсус инфраструктура (рус.)баш. проектын тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы итеп тәғәйенләнә[8].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Дуҫлыҡ ордены (2023)[9][10].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Абдрахманов Азамат Фаритович. 12 ғинуар 2026 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ В Башкирии назначен глава Ишимбайского района (7 мая 2021). 12 ғинуар 2026 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Азамат Абдрахманов назначен Руководителем Аппарата Правительства – министром Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан (16 ноябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Захар Яковлев. Азамат Абдрахманов стал вице-премьером правительства Башкирии. ufa.kp.ru (12 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Азамата Абдрахманова повысили до вице-премьера правительства Башкирии (12.05.2023). 12 ғинуар 2026 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Наталья Кузнецова. Глава аппарата правительства Башкирии Абдрахманов стал вице-премьером (12.05.2023). 12 ғинуар 2026 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Азамата Абдрахманова повысят до вице-премьера Башкирии (12 мая 2023). 12 ғинуар 2026 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Хабиров наделил Абдрахманова полномочиями по работе с новыми регионами. РБК (25 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Президент России наградил Азамата Абдрахманова орденом Дружбы (24 октябрь 2023). 12 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ Вероника Никитина. Президент России удостоил Азамата Абдрахманова высокой государственной награды (29 ноября 2023). 12 ғинуар 2026 тикшерелгән. (рус.)
Һылтанмалар
- Вести. Интервью — Азамат Абдрахманов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2026)
