Килсенбаев Урал Таһир улы
Килсенбаев Урал Таһир улы (рус. Кильсенбаев Урал Тагирович; 1982 йылдың 1 июле, Юлдыбай, Башҡорт АССР-ы) — тарихсы-уҡытыусы, менеджер-иҡтисадсы, дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 2024 йылдың апреленән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары.
Биографияһы
Урал Таһир улы Килсенбаев 1982 йылдың 1 июлендә Башҡорт АССР-ының[3] Күгәрсен районы 2-се Юлдыбай[4] ауылында тыуған[5].
Юғары белемле: 2004 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын «тарихсы», «тарих уҡытыусыһы» һөнәрҙәре буйынса һәм 2011 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын «көрсөккә ҡаршы идара итеү» йүнәлеше һәм «менеджер-иҡтисадсы» һөнәре буйынса тамамлаған[6].
1999 йылда Күмертау ҡалаһындағы 3-сө Башҡорт республика интернат-гимназияһын[7] көмөш миҙалға тамамлай һәм шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә.
Юғары һөнәри белем алғас, үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 2004 йылда Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында әйҙәүсе белгес булып башлай[6].
2007 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының бүлек начальнигы[6].
2009 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының бүлек начальнигы[6].
2011 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының бүлек начальнигы[8].
2012 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе[8].
2014 йылдан — Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәте башлығы[8].
2018 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы[6].
2019 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары[6].
2021 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары[6].
2024 йылдың апреленән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары[9][10].
2025 йылдың октябрь башында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа вәкәләттәр өҫтәлде. Башҡортостан Башлығы бойороғо менән ул «Электрон бюджет» системаһында йәштәр министрлығына һәм фән буйынса дәүләт комитетына субсидиялар биреү тәртибен күҙәтәсәк[11].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының миҙалы (2023)
• Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (2022)
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2020)
• Салауат Юлаев ордены (2020)
• Башҡортостан Республикаһының «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
тулы исемлек
• Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының Почёт грамотаһы (2008)
• Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының Почёт грамотаһы (2009)
• Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты (2018)
• Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты (2024)
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесенең Рәхмәт хаты (2015)
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесенең Рәхмәт хаты (2018)
• Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре командующийының Рәхмәт хаты (2021)
• Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты (2013)
• «Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 25 йыллығы» миҙалы (2016)
Шәхси тормошо
- Өйләнгән, ике балаһы бар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146604.html
- ↑ https://pravitelstvorb.ru/phonebook/0/worker/4/
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ 2007 йылдың 10 сентябренән — Юлдыбай
- ↑ Главная → Люди → Политика и администрация → КИЛЬСЕНБАЕВ Урал Тагирович. Уфимский бизнес портал «ГлобалУфа.pУ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Урал Кильсенбаев назначен первым заместителем Руководителя Администрации Главы Башкортостана по внутренней политике. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт (12 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2025. (рус.)
- ↑ 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназия-интернаты
- ↑ 1 2 3 Урал Кильсенбаев назначен главой Администрации Советского района. Официальный сайт Администрации городского округа город Уфа Республики Башкортостан (6 март 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2025. (рус.)
- ↑ Первым заместителем Премьер-министра Правительства Башкортостана назначен Урал Кильсенбаев. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт (15 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2025. (рус.)
- ↑ Лица Партии > Кильсенбаев Урал Тагирович. Партия «Единая Россия», официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2025. (рус.)
- ↑ Элина Ахметова. Первому вице-премьеру Башкирии добавили полномочий. ИА «Башинформ» (4 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2025. (рус.)
Һылтанмалар
• Урал Кильсенбаев назначен первым заместителем Руководителя Администрации Главы Башкортостана по внутренней политике. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. 12 октября 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2025)
• Правительство Республики Башкортостан. Офиициальный сайт. Кильсенбаев Урал Тагирович. Должность: Первый заместитель Премьер-министра Правительства Республики Башкортостан. Изменено: 19 дек. 2024 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2025)
• Партия «Единая Россия», официальный сайт. Главная > Лица Партии > Кильсенбаев Урал Тагирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2025)