Полянская Наталья Юрьевна
Наталья Юрьевна Полянская (рус. Наталья Юрьевна Полянская; 1976 йылдың 14 ноябре, Өфө) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры (2024 йылдың 19 декабренән). Юридик фәндәр кандидаты.
Биографияһы
1976 йылдың 14 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.
Белеме
1999 йылда Башҡорт дәүләт университетын «Юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлаған.
2005 йылда «Граждан процесы көйләү механизмында диспозитивлыҡ принцибын тормошҡа ашырыу» темаһы буйынса юридик фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлаған (Һарытау)[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1992 йылда «Өфө спорт әйберҙәре фабрикаһы» акционерҙар йәмғиәтендә башлаған[2].
1998–1999 йылдарҙа — «Трест № 21» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә юрист[1].
1999 йылдан 2010 йылға тиклем — Башҡорт дәүләт университетының граждан процесы кафедраһында өлкән уҡытыусы[1].
2010–2018 йылдарҙа юридик хеҙмәттәр өлкәһендә эшләгән[2].
2019 йылда Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында бүлек начальнигы булған[3].
2019–2020 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары[4].
2020 йылдың ғинуарынан — Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы[1]. 2020 йылдың 30 апреленән — Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры[2].
2024 йылдың 19 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры итеп тәғәйенләнгән[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юриcы (2021);
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2021);
- Федераль дәүләт теркәү, кадастр һәм картография хеҙмәте етәксеһенең Рәхмәте (2022);
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2022)[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 В Минземимущества Башкирии снова сменился руководитель. УФА1.ру (29 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
- ↑ 1 2 3 Наталья Полянская утверждена на посту главы минземимущества Башкирии. АиФ-Уфа (30 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
- ↑ Минземимущества Башкирии возглавила Наталья Полянская. МК-Уфа (1 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
- ↑ Ирина Самойлова. Новым замом Олега Полстовалова стала экс-сотрудница Института права БГУ. Коммерсантъ-Уфа (29 май 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
- ↑ Указ Главы Республики Башкортостан от 19.12.2024 № УГ-1333. Сборник правовых актов Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
- ↑ Полянская Наталья Юрьевна. Министерство земельных и имущественных отношений Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
Һылтанмалар
- Наталья Полянская менән әңгәмә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары (РБК-Өфө, 23.01.2024)