Моратов Рөстәм Хәмит улы
Моратов Рөстәм Хәмит улы (рус. Муратов Рустам Хамитович; 1980 йылдың 12 марты, Малаяҙ) — дәүләт эшмәкәре. 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2021) һәм атҡаҙанған төҙөүсеһе (2024). Халыҡтар дуҫлығы (2022) һәм Салауат Юлаев (2020) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Рөстәм Хәмит улы Моратов 1980 йылдың 12 мартында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Малаяҙ ауылында тыуған[1].
Юғары белемде Мәскәү дәүләт сервис университетында ала. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2003 йылда Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығында транспорт комплексын фаразлау, анализлау һәм отчет бүлеге бүлгесе булып башлай[1].
2004—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ кафедраһы уҡытыусыыһы[2].
2006—2008 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы стратегик әҙерләмәләр үҙәге» дәүләт учреждениеһы белгесе, ойошманың бүлек мөдире[1].
2010—2011 йылдарҙа — «КоммерсантЪ-Башкортостан» нәшриәт йортоноң генераль директоры[2].
2012—2013 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең үҫеш буйынса директоры[1].
2013—2019 йылдарҙа «Бизнес коррупцияға ҡаршы» йәмәғәт процедуралары үҙәгеннең башҡарма директоры була[2].
2014—2017 йылдарҙа — «Гранель» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры[1].
2017—2019 йылдарҙа — «Эшлекле Рәсәй» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының вице-президенты[2].
2018—2019 йылдарҙа «Гранель» компаниялар төркөмөнөң махсус проекттар, территориялар үҫеше һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса вице-президенты[1].
2019 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры итеп тәғәйенләнә[2].
2020 йылдың 14 октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры. 2024 йылда, Башҡортостан Башлығын һайлауҙарҙан һуң, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы. 2024 йылдың 19 декабренән ошо вазифала раҫлана[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Халыҡтар дуҫлығы ордены (2022)[4]
• Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең рәхмәте (2023)[5]
• Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советының Рәхмәте (2024)
• Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығының Рәхмәт хаты (2024)
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2021)
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2024)
• Салауат Юлаев ордены (2020)
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2020)
• Башҡортостан Республикаһы башлығының Рәхмәте (2020)
• Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәте (2020)
• Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2020, 2021)
• «Ростех» дәүләт корпорацияһының «За отличие» миҙалы (2022)
• Рәсәй Федерацияһының Хәрби-техник хеҙмәттәшлеге буйынса федераль хеҙмәте миҙалы (2022).
Ғаиләһе
Өйләнгән. Тормош иптәше Ксения менән ике ул үҫтерә[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Министерство экономического развития и инвестиционной политики Республики Башкортостан. О министерстве. Структура. Муратов Рустам Хамитович. Министерство экономического развития и инвестиционной политики Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Муратов Рустам Хамитович. Информационное агентство «ФедералПресс». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2025.
- ↑ Указ О первом заместителе Премьер-министра Правительства Республики Башкортостан — министре экономического развития и инвестиционной политики Республики Башкортостан. Официальный Интернет-портал правовой информации Республики Башкортостан (19 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2025.
- ↑ Указ Главы Республики Башкортостан от 29 декабря 2022 г. N УГ-1016 «О награждении государственными наградами Республики Башкортостан». Система «Гарант» (29 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2025.
- ↑ Об объявлении благодарности Правительства Российской Федерации. Правительство Российской Федерации. Распоряжение от 23 октября 2023 г. № 2942-р (23 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2025.
- ↑ Шамиль Ахметшин. Наш человек в правительстве. Салаватская районная газета «На земле Салавата» (3 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2025.
Һылтанмалар
- Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан. / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС-АНО ЦЭКИТ, 2024. — С. 435. — 800 с. — ISBN 978-5-6049650-1-6. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2025)
- Министерство экономического развития и инвестиционной политики Республики Башкортостан. Официальный сайт. О министерстве. Структура. Муратов Рустам Хамитович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2025)
- Информационное агентство «ФедералПресс». Муратов Рустам Хамитович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2025)
- Рустам Муратов: «Устанавливаем актуальные, инновационные пути взаимодействия»
- Первый вице-премьер Башкирии Рустам Муратов: прогнозируем рост экономики региона в 2024-м
- Рустам Муратов: Башкирия привлекает инвесторов деловым климатом