Сабиров Вито Фладисович

Вито Фладисович Сабиров (рус. Сабиров Вито Фладисович; 1993 йылдың 29 сентябре, Өфө) — Рәсәй дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте министры (2025 йылдың 10 мартынан)[1]. Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурстарыныъ эксперты.

Биографияһы

1993 йылдың 29 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

2010 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһын тамамлаған. Юғары белемде Башҡорт дәүләт аграр университетында алған. Университетты 2015 йылда «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү» һөнәре буйынса тамамлаған. 2018 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетының аспирантураһында (рус.)баш. «Сәйәси институттар, процестар һәм технологиялар» йүнәлеше буйынса уҡыуын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфөнөң «ИНДИГО» ҡала үҙәгендә башлай. 2016 йылдан Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын хуплау республика үҙәгендә эшләй, унда йәштәр башланғыстарын хуплау бүлеге начальнигынан алып Үҙәк директоры урынбаҫарына тиклем юл үтә. Башҡортостан Республикаһының Йәштәр проект офисы етәксеһе була.

2022 йылда Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Волонтерҙар хәрәкәте үҙәгендә бүлек начальнигы, артабан директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[2].

2022—2024 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары була[3].

2024—2025 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын биләй.

2025 йылдың 10 мартынан Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте министры[4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

2013 йылдан «Йәштәр сәйәсәте лигаһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты. Ике саҡырылыш (2013, 2016) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай эргәһендәге Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы булып һайлана, мәғариф һәм йәштәр сәйәсәте комиссияһын етәкләй.

Наградалары

  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2018);
  • Башҡортостан Республикаһының Почетлы йәштәр сәйәсәте хеҙмәткәре (2017);
  • «2017 йылда Сочи ҡалаһында үткән XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале» иҫтәлекле миҙалы[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Сабиров Вито Фладисович. Министерство молодёжной политики Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  2. 1 2 Сабиров Вито Фладисович. Единая Россия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  3. Председателем Госкомитета Башкортостана по молодёжной политике назначен Вито Сабиров. Глава Республики Башкортостан (11 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  4. Министром молодёжной политики Башкортостана назначен Вито Сабиров. Глава Республики Башкортостан (10 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.

Тема буйынса өҫтәмә