Малинская Светлана Ивановна

Малинская Светлана Ивановна (1971 йылдың 13 сентябре, Өфө) — иҡтисадсы, юрист, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2024 йылдың 19 апреленән Башҡортостан Республикаһы финанс министрының беренсе урынбаҫары (министр бурыстарын үтәү менән бергә). Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы дәүләт советнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2021) һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (2023)[1].

Биографияһы

Светлана Ивановна Малинская 1971 йылдың 13 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған[1]. 1988 йылда, урта белем алып, Мәскәү технология институтына уҡырға инә һәм 1993 йылда был юғары уҡыу йортон «иҡтисадсы» квалификацияһы менән тамамлай. Артабан ситтән тороп Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын «юрист» квалификацияһы буйынса тамамлай[1].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

1993—1995 йылдарҙа «Баштелерадиосервис» концернында (рус.)баш. бухгалтер булып эшләй[2].

1995—1998 йылдарҙа Өфөлә «Конди» акционерҙар йәмғиәте бухгалтеры[2].

03.1999—07.2008 — Башҡортостан Республикаһы юстиция министрлығы үҙәкләштерелгән бухгалтерияһының әйҙәүсе белгесе, баш бухгалтер урынбаҫары, финанс-иҡтисад бүлеге начальнигы — баш бухгалтеры[1].

07.2008—07.2009 — Федераль ҡаҙналыҡтың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының сығымдар бүлеге начальнигы (рус.)баш.начальнигы[2].

08.2009—10.2010 — Башҡортостан Республикаһы юстиция министрлығының фнанс-иҡтисад бүлеге начальнигы — баш бухгалтеры[1].

10.2010—12.2014 — Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы начальнигы урынбаҫары[2].

01.2016—04.2024 — Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының бюджет иҫәбе һәм планлаштырыу бүлеге начальнигы, дәүләт хеҙмәттәре идаралығы начальнигы, дәүләт программалары идаралығы начальнигы, министр урынбаҫары[1].

2024 йылдың 19 апреленән — Башҡортостан Республикаһы финанс министры (рус.)баш. вазифаһын башҡарыу менән Башҡортостан Республикаһы финанс министрының беренсе урынбаҫары (Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2024 йылдың 19 апрелендәге Указы № УГ-326)[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһы Юстиция министрлығының Рәхмәт хаты (2001);
  • Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш министрлығының Почёт грамотаһы (2016);
  • Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш министрлығының Рәхмәт хаты (2019);
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2020);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2021);
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (2023);
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2023);
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2024);
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты (2024);
  • З. Ш. Аҡназаров исемендәге отличие билдәһе (2024).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Малинская Светлана Ивановна. Министерство финансов Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2025.
  2. 1 2 3 4 Малинская Светлана Ивановна. Единый республиканский инновационный бизнес-портал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2025.
  3. Исполнение обязанностей министра финансов Башкортостана возложено на Светлану Малинскую. Сайт Главы Республики Башкортостан (19 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2025.

Тема буйынса өҫтәмә