Моратов
Моратов — Морат исеменән барлыҡҡа килгән фамилия.
- Моратов Төхфәт Фәттәхетдин улы; Төхфәт Морат (21 ғинуар (3 февраль) 1906 йыл — 27 декабрь 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир, журналист һәм уҡытыусы. 1927 йылдан «Башкнига» ширҡәте мөхәррире, «Үктәбер» (хәҙерге «Ағиҙел») журналы хеҙмәткәре, 1936—1941 йылдарҙа Хәйбулла районының Аҡъяр башҡорт урта мәктәбендә директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1994).
- Моратов Ғәйнетдин Ғабдрахман улы (20 ноябрь 1913 йыл — 6 июнь 1986 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1939—1964 йылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы операторы һәм өлкән операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959).
- Моратов Рәфҡәт Ғәзимулла улы (26 февраль 1954 йыл) — комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. КПСС-тың Салауат район комитетының беренсе секретары (1990—1991), Салауат районы хакимиәте башлығы (1991—2000), ВЛКСМ-дың Салауат район комитетының беренсе секретары (1982—1985).
- Моратов Әмир Фәттәх улы (1926—2003) — педагог, журналист, яҙыусы. БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР һәм БАССР журналистар Союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Моратов Юлай Хәким улы (21 май 1949 йыл — 4 октябрь 2015 йыл) — уҡытыусы, үҙешмәкәр композитор, йырсы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992). Үҙешмәкәр композиторҙарҙың асыҡ фестиваль-конкурсы лауреаты (2002).
- Моратов Зиннәт Ибәт улы (27 декабрь 1905 йыл (9 ғинуар 1906 йыл) — 31 май 1988 йыл) — СССР-ҙың партия эшмәкәре. 1944—1957 йылдарҙа КПСС-тың Татарстан өлкә комитетының беренсе секретары.
- Моратов Рөстәм Хәмит улы (12 март 1980 йыл) — дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры.
_________
- Моратова Гөлдәр Сабит ҡыҙы (20 март 1951 йыл) — дәүләт һәм мәҙәниәт эшмәкәре. 1995—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
- Зөһрә Ғәзиз ҡыҙы Моратова (Ниғмәтуллина) (1924—2006) — Өфөләге Дуҫлыҡ монументында һынландырылған башҡорт ҡыҙы. Филология фәндәре кандидаты, доцент, М. Ломоносов исемендәге Мәскәү университетының атҡаҙанған педагогы.
- Моратова Кира Георгиевна (ҡыҙ фамилияһы Короткова; 5 ноябрь 1934 йыл, Сороки, Бессарабия, Румыния Короллеге — 6 июнь 2018 йыл, Одесса, Украина) — совет һәм украин кинорежиссёры, сценарийҙәр яҙыусы һәм актёр.