Моратова Гөлдәр Сабит ҡыҙы
Моратова Гөлдәр Сабит ҡыҙы (20 март 1951 йыл) — дәүләт һәм мәҙәниәт эшмәкәре. 1995—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
Биографияһы
Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова 1951 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Илтабан ауылында тыуған.
Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған.
1970-1974 -Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтында уҡый.
1968-1970 - Учалы районы Ҡунаҡбай мәктәбендә уҡытыусы.
1974-1975 йылдарҙа - БАССР Хор йәмғиәтенең өлкән методисы
1975-1983 - Учалы балалар музыка училищеһы уҡытыусыһы
1991-1995 йылдарҙа - Учалы музыка училищеһында фольклор бүлеге мөдире.
1995 - 2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары.
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры[1].
2021 йылдың 19 мартында Гөлдәр Моратова Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Өс саҡырылыш Учалы район Советы депутаты була[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Салауат Юлаев ордены (2021)[4].
Ғаиләһе
Тормошта, ике улы бар.
Шулай уҡ ҡара
Иҫкәрмәләр
- ↑ Главная/ Министерство/ Подведомственные организации/ ГБУКиИ «Национальный литературный музей РБ». Министерство культуры Республики Башкортостан. Официальный сайт 2020 йылдың 15 август көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 апрель 2020)
- ↑ Радий Хабиров наградил работников культуры и искусства Башкортостана. ИА «Башинформ», 19 марта 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2021)
- ↑ Муратова Гульдар Сабитовна – биография
- ↑ СПИСОК награждённых государственными наградами Республики Башкортостан 2021 йылдың 1 май көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2021)
Һылтанмалар
- Муратова Гульдар Сабитовна – биография. Сайт «Viperson» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 апрель 2020)
- Ҡайтып киләм илдәремә... «Башҡортостан» гәзите(недоступная ссылка)
- В Уфе состоится юбилейный вечер известного деятеля культуры Гульдар Муратовой. ИА «Башинформ», 13 апреля 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 апрель 2021)