Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы
Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы | |
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
---|---|
Дәүләт | |
Бойһонған ойошма (филиал) | Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, Шәйехзада Бабич музейы, Мифтахетдин Аҡмулла музейы и Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы |
Нигеҙләү датаһы | 6 ғинуар 2000 |
Рәсми сайт | literatmuzey.ru |
Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы 2000 йылдың 6 ғинуарында Өфө ҡалаһында асыла. Уның составында 5 филиал: Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы , Арыҫлан Мөбәрәков музейы, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы, Мифтахетдин Аҡмулла музейы, Шәйехзада Бабич музейы[1]
Филиалдары һәм уларҙың эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Музей ғилми-фонд, ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара, күргәҙмәләр ойоштора, ағартыу-пропаганда эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра, үҙ филиалдары һәм республиканың әҙәби музейҙары өсөн методик үҙәк булып тора, фәнни-тикшеренеү экспедициялары ойоштора, конкурстар, викториналар һәм әҙәби-музыкаль кисәләр үткәрә. Ҡала һәм республиканың уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Музей китапханаһы китаптарҙан, ҡулъяҙмаларҙан, яҙыусыларҙың шәхси әйберҙәренән, билдәле бер тарихи дәүер элементтарынан һәм тағы башҡа бик күп экспонаттарҙан йыйылған.
Мәжит Ғафури музейы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы 1948 йылдың 5 мартында асылған. Йорт шағирға Башҡортостан хөкүмәте тарафынан башҡорт һәм татар әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелеү уңайына 1923 йылда бүләк ителә. Музейҙың мемориаль залында Мәжит Ғафуриҙың һәм уның ғаиләһенең шәхси әйберҙәре — шағир ғаиләһенең ҡомартҡылары ҡуйылған.
Арыҫлан Мөбәрәков музейы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Музейға 1994 йылда нигеҙ һалына. Музейҙа өс экспозиция залы бар: беренсе зал Асы ауылы тарихына, СССР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың бала сағына арналған. Икенсе залы — артистың театр эшмәкәрлеге тураһында һөйләй. Өсөнсө зал халыҡ артисы ғаиләһенә һәм туғандарына бағышланған.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Музей 1991 йылда шағир һәм мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуған илендә, Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында асылған. Музей экспозицияһы башҡорт ғалимының тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында һөйләй. Музейҙа ғалимдың ҡулъяҙма нөсхәләре, документтарының күсермәләре, китаптары, шәхси әйберҙәре ҡуйылған.
Мифтахетдин Аҡмулла музейы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Музей 1981 йылда Миәкә районының Туҡһанбай ауылында, башҡорт шағир-мәғрифәтсеһе, башҡорт шиғриәте классигы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы асыла. Музейҙың тупланмаһында шағирҙың шиғырҙары йыйынтыҡтары, уның әҫәрҙәренән өҙөктәр, «Аҡмулла» журналдары бар. Шулай уҡ музейҙа төрлө музыка ҡоралдары ҡуйылған, шағир был музыка ҡоралдарында бик яҡшы уйнай белгән.
Шәйехзада Бабич музейы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Музей Әсән ауылында мәшһүр башҡорт нәфис һүҙ оҫтаһы Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы асыла. Экспозицияла һынлы сәнғәт, графика, скульптура әҫәрҙәре, көнкүреш әйберҙәре, шағирҙың тормошо һәм ижады тураһында фотодокументаль материалдар, уның хаҡында китаптар, портреттар, шулай уҡ Шәйехзаданың һәм уның ғаиләһенең шәхси әйберҙәре бар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Национальный литературный музей Республики Башкортостан - адрес, телефон, часы работы, фото . www.culture.ru. Дата обращения: 20 декабрь 2017. 2017 йылдың 22 декабрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының милли әҙәби музейы
- Моратова Г. С Башҡортостан Республикаһы милли әҙәбиәт музейы 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: ГАУН «Башҡорт энциклопедияһы», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8.