5 март
5 март (рус. 5 марта) — григориан стиле буйынса йылдың 64-се (кәбисә йылында 65-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 301 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Иран: Ағас ултыртыу көнө.
- Ҡытай: Бөтә халыҡ уҡыу көнө.
- Франция: Оләсәйҙәр көнө.
- Һиндостан: Урындағы үҙидаралыҡ көнө.
- Әзербайжан: Физик культура һәм спорт көнө.
- Ҡырғыҙстан: Суд системаһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Диңгеҙ училищелары көнө.
- Таиланд: Журналистар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1705: Пётр I рекруттар йыйыу тураһында указ сығара, был Рәсәй империяһында регуляр армияның барлыҡҡа килеүенә нигеҙ һала.
- 1764: Екатерина II монастырь ерҙәрен һәм крепостной крәҫтиәндәрен дәүләт ҡаҙнаһына күсереү тураһында иғлан итә.
тулы исемлек
- 1820: Фаддей Беллинсгаузен Антарктиданы асҡандан һуң караптарын йүнәтеү өсөн Австралияға юллана. Был эштән һуң ул бөтә йәйҙе Океания диңгеҙҙәрендә үткәрә, быға тиклем билдәле булмаған 17 утрауҙы аса.
- 1844: Үрге һәм Түбәнге Канаданың баш ҡалаһы Кингстондан Монреалгә күсерелә.
- 1861: Рәсәй империяһының барлыҡ сиркәүҙәрендә крепостной хоҡуҡты бөтөрөү тураһында манифест уҡыла.
- 1866: Англияла Дж.Макгилу степлерға патент алына.
- 1917: Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары Советының тәүге ултырышы була.
- 1918: Совет Рәсәйендә хәрби элемтә хеҙмәте булдырыла.
- 1929: Запорожье драма театры ойошторола.
- 1930: Мәскәүҙә Арбат майҙанында «Художественный» тип аталған тәүге тауышлы фильмдар кинотеатры асыла.
- 1930: Симферополдә урындағы хакимиәт ҡарары буйынса ҡараимдарҙың кенассаһы (ғибәҙәтханаһы) ябыла.
- 1932: СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторола.
- 1936: Мәскәүҙә Үҙәк балалар театры (Рәсәй академия йәштәр театры) асыла.
- 1936: Supermarine Spitfire Бөйөк Британия истребителенең тәүге осошо.
- 1938: Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһы эш башлай.
- 1942: Куйбышевта тәүге тапҡыр Дмитрий Шостаковичтың Етенсе симфонияһы башҡарыла.
- 1943: Инглиз реактив самолеты Gloster Meteor тәүге осош яһай.
- 1958: Зеленоград ҡалаһы (Мәскәүҙең юлдаш ҡалаһы) нигеҙләнә, һуңынан ул Мәскәүҙең административ округына әүерелә.
- 1958: «Як-38» тауыштан шәберәк күп маҡсатлы самолетының тәүге осошо.
- 1959: Павел Флоренский Архангельск өлкә суды ҡарары менән икенсе тапҡыр аҡлана.
- 1960: Альберто Корда Че Гевараны фотоға төшөрә, ул фотоһүрәт бөтә донъяға тарала.
- 1960: Элвис Пресли сержант дәрәжәһендә АҠШ армияһында хеҙмәтен тамамлай.
- 1970: «Ядро ҡоралын таратмау тураһында килешеү» үҙ көсөнә инә.
- 1976: Фунт стерлингтың АҠШ валютаһына ҡарата курсы тарихта тәүге тапҡыр 2 долларҙан аҫҡараҡ төшә.
- 1979: «Вояджер-1» йыһан аппараты Юпитерға етә.
- 1989: «Disney Channel» телеканалында «Чип һәм Дейл ярҙамға ашыға» йәнһүрәт сериалының премьераһы була.
- 1995: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға тәүге һайлау үтә.
- 2000: Бөйөк Британия ғалимдары сусҡаны клонлау буйынса беренсе уңышлы операция яһай.
- 2003: Роберт Кочарян ҡабаттан Әрмәнстан президенты итеп һайлана.
- 2004: Сибайҙа Урал аръяғы йылылыҡ электростанцияһы (ҡеүәте — 27,3 МВт) сафҡа инә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сынбулатов Хәйретдин Мостаҡ улы (1905—5.01.1969), хужалыҡ эшмәкәре. 1939–1941 йылдарҙа Хәйбулла район Советы башҡарма комитеты, 1946 йылдан — район ҡулланыусылар йәмғиәте, 1949–1952 йылдарҙа «Ҡыҙыл доброволец» колхозы рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1935) һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Әбүбәкер ауылынан.
- Кобелев Александр Иванович (1910—14.10.1975), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры, подполковник, Советтар Союзы Геройы (1944).
тулы исемлек
- Поляков Владимир Николаевич (1930—27.10.2007), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1965—1986 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Ишембай ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, ҡаланың почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһенең Яңы Малыҡлы районы Яңы Сәрмәсән ауылынан.
- Пилюгин Владимир Степанович (1940—22.08.2008), ғалим-химик. 1968 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы; 1974 йылдан Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми тикшеренеү технология институтының лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1992—2004 йылдарҙа институт директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Химия фәндәре докторы (2004). Сығышы менән хәҙерге Мордва Республикаһының Ун Майҙан ауылынан.
- Батырбаев Зәит Зәки улы (1955), спортсы, педагог, йәмәғәтсе. Өфөләге 8-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы, республика йыйылма командаһының баш тренеры. Башҡортостан Республикаһының Спорт акробатикаһы федерацияһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. СССР-ҙың спорт мастеры. Рәсәй Федерацияһы Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының Физик культура һәм спорт отличнигы (2013).
- Әхтәмов Илдар Фуат улы (1960), ғалим-травматолог ортопед, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1999 йылдан Ҡазан медицина университетының травматология, ортопедия һәм экстремаль хәлдәр хирургияһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1994), профессор (2000). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2008), атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1996), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995; Академик Г. А. Илизаров фонды премияһы лауреаты (1997). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ихин Ҡәйүм Ғимазетдин улы (1931—5.04.2018), нефтсе, хеҙмәт алдынғыһы. 1970—1991 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһе Нефтекама быраулау эштәре идаралығының вышка монтажлау цехы бригадиры. РСФСР-ҙың унынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1980—1985). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1970) һәм атҡаҙанған нефтсеһе (1976). СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1981).
- Трапезников Валентин Кузьмич (1931), ғалим-үҫемлектәр физиологы. 1963 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биология институты ғилми хеҙмәткәре, 1972 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978 йылдан — лаборатория мөдире, 1997—2014 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр. Биология фәндәре докторы (1992), профессор (2001). Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Алатор ауылынан.
тулы исемлек
- Крюкова Антонина Яковлевна (1936), һаулыҡ һаҡлау һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-терапевт. 1966 йылдан республика дауаханалары терпевы, 1978 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан поликлиника терапияһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1988), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975).
- Зайцев Александр Николаевич (1951), ғалим-инженер-механик. 1994 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011). Сығышы менән хәҙерге Белоруссияның Могилёв ҡалаһынан.
- Коряковцева Луиза Мозафар ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Ильясова; 1951), хеҙмәт ветераны, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының элекке режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1951). Сығышы менән хәҙерге Ишембай ҡалаһы биләмәләрендә булған Тирмән-Йылға ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бирҙин Ғәли Иркәбай улы (1907—25.10.1973), Бөйөк Ватан һуғышында яугиры, уҡсылар батальоны командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Әхмәҙуллин Мортаза Әхмәҙулла улы (1917—29.08.1986), хәрби хеҙмәткәр, полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ, ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Һөләймән ауылынан.
тулы исемлек
- Мәүлит Ямалетдин (1947—8.11.2020), шағир, яҙыусы, ҡурайсы, йәмәғәтсе. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993), төрлө кимәлдәге ижади бәйге-конкурстар лауреаты.
- Әхтәмов Фәйзрахман Хәйбрахман улы (1952—21.10.2001), хеҙмәт алдынғыһы. 1968—2001 йылдарҙа Әбйәлил районы хәҙерге Таһир Күсимов исемендәге хужалыҡ тракторсыһы, водителе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1987), БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977). Сығышы менән ошо райондың Биҡҡол ауылынан.
- Байсурин Әлфәрис Сәлихйән улы (1962), муниципаль хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. 2002—2018 йылдарҙа Ейәнсура район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән ошо райондың Байдәүләт ауылынан.
- Зыянбирҙина Фәнүзә Насип ҡыҙы (1962), педагогик хеҙмәт ветераны. 1984 йылдан (өҙөклөктәр менән) Әбйәлил районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директор урынбаҫары, шул иҫәптән 1994 йылдан Хәлил урта мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Шәрәфетдинова Луиза Билал ҡыҙы (1962), хеҙмәт ветераны. «Ишембайнефть» нефть һәм сығарыу идаралығы 2-се цехының элекке әйҙәүсе геологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы (2012), Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе. Сығышы менән Октябрьскийҡалаһынан.
- Каляева Вера Юрьевна (1967), педагог. Октябрьский ҡалаһы 1-се балалар сәнғәт мәктәбенең фортепиано класы буйынса уҡытыусыһы, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2021).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәхимов Әнүәр Мөбәрәкша улы (1913—17.09.1994), ғалим-агроном. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1980 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1966—1969 йылдарҙа агрономия факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1978 йылға тиклем дөйөм игенселек кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1954). РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1977), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970).
- Кузнецов Лев Владимирович (1923—13.08.1992), скульптор-монументалист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1976) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1978).
тулы исемлек
- Саяпова Әҡлимә Шәриғ ҡыҙы (1923—2003), педагог, үҙешмәкәр шағир һәм драматург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955—1982 йылдарҙа хәҙерге Яңауыл ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. Сығышы менән Яңауыл районының Ишбулды ауылынан.
- Мөхәмәтдинов Нуритдин Басир улы (1933—24.05.2013), водитель. Әбйәлил районы Калинин исемендәге колхоздың элекке шофёры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982) һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Рауил ауылынан.
- Николаев Александр Капитонович (1933—2007), механизатор. 1951—1993 йылдарҙа Йәрмәкәй районы «Урожай» колхозы тракторсыһы һәм комбайнсыһы. Октябрь Революцияһы (1971) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Данйәрова Фәрзәнә Һарун ҡыҙы (1938), педагог. 1966—1993 йылдарҙа Әбйәлил районы Михайловка урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1984). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Ҡобағош ауылынан.
- Нәжипов Алмас Исмәғил улы (1938—13.04.2020), агроном, ауыл хужалығы һәм комсомол органдары хеҙмәткәре. 1959 йылдан Мәсетле районының «Мәсәғүт» совхозы тракторсыһы, бригадиры, 1963 йылдан — совхоздың комсомол ойошмаһы секретары, 1965 йылдан орлоҡсолоҡ буйынса, 1968 йылдан — баш агроном. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1979). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Райондың почётлы гражданы (2012). Сығышы менән Әләгәҙ ауылынан.
- Гөлсөм Хәбибуллина (1943—22.12.2016), эстрада артисы, 1964—2002 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының һүҙ жанры артисы, юмор һәм сатира оҫтаһы. Эстрада артистарының Бөтә Рәсәй конкурсы (Мәскәү) лауреаты. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1987).
- Ибәтуллин Урал Ғәли улы (1948), ғалим-химик технолог. 1981—1996 йылдарҙа һәм 2009 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, химия-технология факультетының декан урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2011 йылдан Башҡортостан тармаҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм производствола хәүефһеҙлек институты проректоры. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003).
- Булатова Әлфирә Хәйретдин ҡыҙы (1953), инженер. 1998 йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең махсус элемтә бүлеге мөдире. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2000).
- Мусина Сания Сафи ҡыҙы (1953), элемтә тармағы хеҙмәткәре. 1975 йылдан Баймаҡ районы Ниғәмәт почта бүлексәһе начальнигы; 1980 йылдан Сибай элемтә узелы операторы, 1988 йылдан 2-се почта бүлексәһе начальнигы; 1995 йылдан Сибай ҡала элемтә узеле баш кассаһы операторы, начальнигы, 2004—2012 йылдарҙа Сибай почтамты начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2007), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1984). Сығышы менән ошо райондың Иҫән ауылынан.
- Исҡужин Рәмил Кәбир улы (1958), ғалим-хоҡуҡ белгесе, дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының бишенсе саҡырылыш (2007—2011) Дәүләт Думаһы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты. Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Йәрмөхәмәтова Әлфиә Муллағәли ҡыҙы (1958), педагог. 2001—2016 йылдарҙа Йәрмәкәй районы 8-се Март урта мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005) һәм мәғариф отличнигы. «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Шишмә ауылынан.
- Муллағолова Әнисә Муса ҡыҙы (1963), ғалим-әҙәбиәт белгесе, журналист. Филология фәндәре кандидаты, доцент. «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәре. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф отличнигы.
- Әхмәтрәхимова Олеся Вәкил ҡыҙы (1988), ғалим-әҙәбиәт белгесе, фольклорсы, шағир. 2021 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университетының журналистика һәм башҡорт филологияһы кафедраһы уҡытыусыһы. 2014 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (2017).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Богомолов Дмитрий Васильевич (1909—28.01.1961), тупраҡ белгесе-ғалим. 1938 йылдан һәм 1946—1951 йылдарҙа Башҡортостан баҫыусылыҡ ғилми тикшеренеү тәжрибә станцияһының бүлек мөдире, 1943 йылдан директорҙың ғилми эштәр буйынса урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1947 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1947). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Сәйәхов Фәнил Лотфрахман улы (1934—20.11.2002), физик-ғалим. 1959 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1965—1975 йылдарҙа дөйөм физика, 1984 йылдан — ғәмәли физика һәм геофизика кафедраһы мөдире, 1989–1990 йылдарҙа физика факультеты деканы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы (1996), физика-математика фәндәре докторы (1985), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1978), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1990).
тулы исемлек
- Күсимова Суфия Ғилман ҡыҙы (1944), театр белгесе-ғалим. 1973—1982 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының факультет деканы, 1983—1987 һәм 1992—2011 йылдарҙа кафедра мөдире. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1974), профессор (1997). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2004) һәм Салауат Юлаев ордены (2014) кавалеры.
- Ғәрифуллин Рим Талип улы (1949), юрист. 1996 йылдан Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы адвокаты, 2001 йылдан Кушнаренко район суды судьяһы, 2008—2016 йылдарҙа Шишмә районы 2-се суд участкаһының мировой судьяһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
- Ғайсин Әхтәр Мәғәз улы (1954), математик-ғалим. 1983 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1994 йылдан Математика институтының өлкән, 1997 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәре. Физика‑математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012). А. Ф. Леонтьев исемендәге премия лауреаты (2002).
- Пушкарёв Василий Александрович (1959), ғалим-табип-онколог. 1996 йылдан Республика клиник онкология диспансерының бүлек мөдире. Медицина фәндәре докторы (2007). Рәсәй Федерацияһының (2012) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Абдулла районынан.
- Латыпов Сөләймән Йәнғәли улы (1954), журналист, яҙыусы. 2013—2020 йылдарҙа «Тамаша» журналының баш мөхәррире. 2002 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1865: Тимофей Краснобаев, СССР-ҙың ғалим-хирургы, академик.
- 1871: Роза Люксембург, Германия сәйәсмәне.
тулы исемлек
- 1910: Момофуку Андо, Тайвань һәм Япония эшҡыуары, тиҙ әҙерләнеүсе лапшаны уйлап сығарыусы.
- 1910: Константин Сергеев, балет артисы, балетмейстер, СССР-ҙың халыҡ артисы (1957), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1991).
- 1935: Баадур Цуладзе, СССР актёры, кинорежиссёр, сценарист, Грузия ССР-ының халыҡ артисы (1979).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1827: Пьер Симон Лаплас, Франция астрономы, математик.
- 1953: Иосиф Виссарионович Сталин, СССР етәксеһе.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]