Бөтә Союз ленинсы коммунистик йәштәр союзы

Бөтә Союз ленинсы коммунистик йәштәр союзы (рус. Всесоюзный ленинский коммунистический союз молодёжи — ВЛКСМ)[1] йә иһә комсомо́л[2] (рус. сокращение от коммунисти́ческий сою́з молодёжи) — Советтар Союзы Коммунистар партияһының йәштәр ойошмаһы.

Коммунистик йәштәр союзы (рус. Коммунистический союз молодёжи — КСМ) булараҡ 1918 йылдың 29 октябрендә ойошторола[3]; 1924 йылда Коммунистик йәштәр союзына В. И. Ленин исеме бирелә һәм ул Ленинсы коммунистик йәштәр союзы — рус. Ленинский коммунистический союз молодёжи (ЛКСМ) тип йөрөтөлә башлай. 1926 йылдың мартында, 1922 йылда СССР ойошторолоуға бәйле, ЛКСМ Бөтә Союз ленинсы коммунистик йәштәр союзы — рус. Всесоюзный ленинский коммунистический союз молодёжи (ВЛКСМ) тип үҙгәртелә.

1977 йылда комсомолда 14—28 йәшлек 36 миллиондан ашыу СССР гражданы ағза була[4].

Советтар Союзы тарҡалғандан һуң Рәсәй Федерацияһында Рәсәй коммунистик йәштәр союзы (рус. Российский коммунистический союз молодёжи (РКСМ), Революцион коммунистик йәштәр союзы (рус. Революционный коммунистический союз молодёжи (РКСМ(б)), Рәсәй Федерацияһының Ленинсы коммунистик йәштәр союзы (рус.  Ленинский коммунистический союз молодёжи Российской Федерации (ЛКСМ РФ)), Бөтә Рәсәй Ленинсы коммунистик йәштәр союзы (рус. Всероссийский Ленинский коммунистический союз молодёжи) һәм тағы ла ҡайһы бер ойошмалар үҙҙәрен идея йәһәтенән ВЛКСМ-дың хоҡуҡи вариҫтары тип атай.

ВЛКСМ тарихы

1917 йылғы Февраль революцияһы йәштәрҙең ижтимағи-сәйәси әүҙемлеге артыуына туранан-тура йоғонто яһай. Төрлө ҡалаларҙа уларҙың большевистик ойошмаларының барлыҡҡа килеүе «Рәсәй коммунистик йәштәр союзы» (РКСМ) тигән дөйөм Рәсәй структураһын булдырыу кәрәклеген тыуҙыра. РКСМ эшмәкәрлеге нигеҙенә, шул иҫәптән 1917 йылдың июнендә йәштәр менән эшләү кәрәклеге, ойошма уставын әҙерләү тураһында фекер йөрөткән Надежда Константиновна Крупскаяның идеялары һалына[5].

1918 йылдың 29 октябре—4 ноябрендә Эшсе һәм крәҫтиән йәштәре союздарының I Бөтә Рәсәй съезы үтә, унда РКСМ ойошторолоуы тураһында иғлан ителә.

1918 йылдың декабрендә РКСМ-дың үҙәк баҫма органы булараҡ «Юный коммунист» журналының беренсе һаны баҫылып сыға.

1919 йылдың 5—8 октябрендә Петроградта РКСМ-дың II Бөтә Рәсәй съезы үтә, унда сәләмләү телмәрҙәре менән Л. Д. Троцкий, А. М. Коллонтай һәм башҡалар сығыш яһай.

Комсомолдың 1920 йылдың 2—10 октябрендә үткән III съезында В. И. Ленин «Йәштәр союздарының бурыстары» тигән телмәр менән сығыш яһай, ул артабан Советтар Союзында йәштәр менән алып барылған идеологик эштең төп документына әйләнә.

1921 йылдың беренсе яртыһында бөтә ил буйынса йәш Хеҙмәт Геройҙарын хөрмәтләү ойошторола. Алдынғылар Ҡыҙыл почёт таҡталарына индерелә, ҡиммәтле бүләктәр, грамоталар, күкрәк билдәләре ала. Рәсәй коммунистик йәштәр союзы ағзаһы булыуҙы раҫлаған тәүге комсомол билдәләре үҙенсәлекле награда һымаҡ ҡабул ителә, сөнки билдәләр әллә ни күп булмағанлыҡтан, улар бөтәһенә лә бирелмәй. Тәүге комсомол билдәләренең береһе йондоҙ һәм «Р. К. С. М.» хәрефтәре төшөрөлгән флажоктан ғибәрәт.

Шул уҡ 1921 йылда «Красная молодёжь» гәзите сыға башлай.

Комсомолдың 1922 йылдың октябрендә үткән V съезы берҙәм билдә раҫлай: флажоктағы йондоҙҙоң уртаһында «Коммунистический интернационал молодёжи» тигән атаманың аббревиатураһы — «КИМ» ҡуйыла. Билдәләге «ВЛКСМ» яҙыуы иһә 1947 йылда ғына ВЛКСМ Үҙәк Комитеты тарафынан раҫлана. 1956 йылдан комсомол билдәһенә В. И. Ленин профиле төшөрөлә.

Комсомол ойошмаһын ойоштороусы һәм уның төп идеологы — В. И. Ленин. Уның 1920 йылдың октябрендә III Бөтә Рәсәй комсомол съезында уҡып ишеттергән «Йәштәр союздарының бурыстары» оҙаҡ йылдар дауамында ВЛКСМ-дың төп идея документы була.

Тиҙҙән комсомол РСФСР-ҙа, ә һуңынан бөтә СССР-ҙа ла йәштәрҙең берҙән-бер сәйәси ойошмаһы булып ҡала. Уның аша йәштәрҙе идеологик планда тәрбиәләү, сәйәси һәм социаль проекттар тормошҡа ашырыла. ВЛКСМ — «КПСС-тың ярҙамсыһы һәм резервы» тип һанала. Комсомол етәкселегендә 1922 йылда балалар сәйәси ойошмаһы: Бөтә Рәсәй, ә һуңыраҡ В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһы төҙөлә.

Сәйәси ориентирҙар алмашыныуы

1985 йылдың мартында Михаил Горбачев КПСС Үҙәк Комитетының генераль секретары итеп һайланғас, илдә демократик реформалар, үҙгәртеп ҡороу курсы иғлан ителә. Комсомол эсендә лә ошондай хәрәкәт йәйелә, ябай комсомолдар ойошманы реформалау кәрәклеге тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй башлай[6]. ВЛКСМ марксизм-ленинизм идеологияһынан баш тарта һәм демократик социализмға йүнәлеш ала[7]

Тарҡалыуы

1991 йылдың 27 авгусында, ГКЧП-ның уңышһыҙлығынан һуң бер аҙна үткәс, ВЛКСМ Үҙәк Комитеты секретариаты союз ағзаларына мөрәжәғәт ҡабул итә, унда комсомол базаһында бөтөнләй яңы структура йәки бер нисә структура булдырырға тәҡдим ителә"[8].

Шул уҡ йылдың 27—28 сентябрендә Мәскәүҙең «Орлёнок» ҡунаҡханаһында ВЛКСМ Үҙәк Комитетының беренсе секретары Владимир Зюкин, икенсе секретары Вячеслав Копьев рәйеслегендә ВЛКСМ-дың ХХІІ ғәҙәттән тыш съезы үтә, ул Бөтә Союз коммунистик йәштәр ойошмаһын тарата һәм уның менән бергә ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһы ла рәсми рәүештә йәшәүҙән туҡтай[9][10][11].

Иҫкәрмәләр

  1. Правописание: Всесоюзный ленинский коммунистический союз молодёжи (ВЛКСМ). Лопатин В. В., Нечаева И. В., Чельцова Л. К. Прописная или строчная?: Орфографический словарь. — М.: Эксмо, 2009. — С. 117. — 512 с. — (Библиотека словарей ЭКСМО). — 3000 экз. — ISBN 978-5-699-20826-5.. Всесоюзный ленинский коммунистический союз молодёжи Розенталь Д. Справочник по правописанию и литературной правке для работников печати
  2. Слово пишется с маленькой буквы: комсомол. Лопатин В. В., Нечаева И. В., Чельцова Л. К. Прописная или строчная?: Орфографический словарь. — М.: Эксмо, 2009. — С. 223. — 512 с. — (Библиотека словарей ЭКСМО). — 3000 экз. — ISBN 978-5-699-20826-5.
  3. Рогозин отметил важную роль комсомола в развитии советской космической промышленности. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2020.
  4. ВЛКСМ-дың етәксе органдарына һайланған комсомолдар ойошмала 35 йәшкә тиклем була алған.
  5. Крупская Н. К. Воспитание молодежи в ленинском духе. — М, 1925.
  6. Бушуев А. "Звание комсомольца, мягко выражаясь, потускнело и несколько утратило былое..." // Гасырлар авазы - Эхо веков. — 2011. — № 3—4. — С. 124—128. — ISSN 2073-7475.
  7. Alexey Kurbatov. Русский: (21-й) XXI съезд ВЛКСМ 11 апреля 1990 года в Москве. Лозунг на съезде в период перестройки "За демократический социализм".English: XXI Congress of the Komsomol April 11, 1990 in Moscow. The slogan of the Congress during the period of adjustment "For democratic socialism" (11 апрель 1990). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2020.
  8. Секретариат ЦК ВЛКСМ считает, что путь постепенного реформирования комсомола исчерпан
  9. Последний XXII съезд ВЛКСМ (1991) // Youtube
  10. Как проходил последний съезд ВЛКСМ
  11. Зюкины дети // Новая газета, № 41 (51), 22.10.2007.

Әҙәбиәт

Всесоюзный ленинский коммунистический союз молодёжи // Вешин — Газли. — М. : Советская энциклопедия, 1971. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 5).
Вергасов Ф. [www.pseudology.org/Mironenko/VLKSM.htm Всесоюзный Ленинский Коммунистический союз молодёжи (ВЛКСМ)]
• Комсомолу — 80 / Под ред. В. К. Криворученко, Б. А. Ручкина. М., 1999.
Криворученко В. К., Родионов В. А., Татарионов О. В. Молодёжное движение в России и Советском Союзе: уроки истории. М., 1997;
Комсомол / Криворученко В. К. // Киреев — Конго. — М. : Большая российская энциклопедия, 2009. — С. 715. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 14). — ISBN 978-5-85270-345-3.
Криворученко В. К. Молодёжь в истории страны // Информационный гуманитарный портал «Знание. Понимание. Умение». — 2011. — № 1 (январь — февраль).
• Очерки истории ВЛКСМ / Под ред. В. К. Криворученко, А. А. Галагана. Саратов, 1991. Ч. 1-2;
РКСМ // Пустырник — Румчерод. — М. : Большая российская энциклопедия, 2015. — С. 561. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 28). — ISBN 978-5-85270-365-1.
Памятники героям-комсомольцам: иллюстрированное справочное издание, посвященное 65-летию Победы в Великой Отечественной войне / рук. авт. колл.: Б. А. Ручкин; сост. В. И. Десятерик, Б. А. Ручкин, В. Б. Арсентьев; отв. ред. В. И. Десятерик. — М.: Изд-во Моск. гуманит. ун-та, 2010. — 188 с. — 200 экз. — ISBN 978-5-98079-612-9.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә