Горбачёв Михаил Сергеевич

Михаил Сергеевич Горбачёв (2 март 1931 йыл - 30 август 2022 йыл) — совет дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсәтсе, СССР-ҙың берҙән-бер Президенты, Советтар Союзы Коммунистар партияһының һуңғы Генераль секретары, СССР-ҙа «үҙгәртеп ҡороу» (русса «перестройка») сәйәсәтен башлаусы, Тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы лауреаты.

Биографияһы

  • Мәскәү дәүләт университетын (1955), Ставрополь ауыл хужалығы институтын (1967) тамамлаған. 1955 йылдан комсомол, 1963 йылдан — партия эшендә.
  • 1966 йылда КПСС-тың Ставрополь ҡала комитетының беренсе секретары итеп һайлана. 1968 йылдан Ставрополь край комитетының икенсе, аҙаҡтан беренсе секретары.
  • 1975 йылда КПСС Үҙәк Комитеты секретары (ауыл хужалығы буйынса). 1985 йылдың апрелендә — КПСС-тың Генераль секретары итеп һайлана. 1988 йылдан бер үк ваҡытта СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе, 1989—1990 йылдарҙа — СССР Юғары Советы рәйесе.
  • 1990 йылдың 15 мартында СССР халыҡ депутаттарының сираттан тыш 3-сө съезында Михаил Горбачёв СССР Президенты итеп һайлана.
  • 1992 йылдың ғинуарынан Халыҡ-ара ижтимағи-иҡтисади һәм политологик тикшеренеүҙәр фонды («Горбачёв-Фонд») менән етәкселек итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

  • 2004 йылда «Грэмми» премияһын ала. Бүләкләү тантанаһы Америка сауҙа палатаһында үтә, унда «Үҙгәртеп ҡороу — егерме йылдан һуң» симпозиумы үткәрелә. Горбачев «Грэмми» премияһын Билл Клинтон һәм Софи Лорен менән Прокофьевтың «Петя һәм Бүре» әкиәтен тауышлы иткәне өсөн ала[4].

Иҫкәрмәләр

  1. С 19 августа по 21 августа 1991 года Горбачёв был фактически отстранён ГКЧП от исполнения обязанностей Генерального секретаря и Президента СССР; и. о. Генсека ЦК КПСС был объявлен заместитель Генсека В. А. Ивашко, и. о. Президента СССР — вице-президент Г. И. Янаев.
  2. Горбачев остается атеистом, хотя и крещен в православии при рождении // Интерфакс-Религия
  3. 1 2 3 4 5 Чешская национальная авторитетная база данных
  4. Михаилу Сергеевичу Горбачеву вручили премию «Грэмми»

Категориялар