Хәбибуллина Гөлсөм Инсаф ҡыҙы

Гөлсөм Инсаф ҡыҙы Хәбибуллина (рус. Гульсум Инсафовна Хабибуллина1943 йылдың 5 марты, Ҡаҙаҡ Автономиялы Социалистик Совет Республикаһы[d], СССР2016 йылдың 22 декабре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет, Рәсәй эстрада артисы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1977) һәм халыҡ (1987) артисы.

Биографияһы

1943 йылдың 5 мартында Ҡаҙаҡ ССР-ының Хантаги ҡасабаһында тыуған, әммә үҙенең тыуған төйәге тип Миәкә районын иҫәпләй. 1964 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Ғ. Ғ. Ғиләжев курсында уҡый. 1964 йылдан 2004 йылға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһында һөйләү жанры артисы булып эшләй.

2016 йылдың 22 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат була[1].

Ижады

Гөлсөм Инсаф ҡыҙы көслө, буйһонмаусан холоҡло ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп төрлө характерлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ образдарын тыуҙыра. Интермедиялары: Ә. Ҡ. Атнабаевтың «Ир таптым» («Нашла мужа»); Д. Х. Булгакованың «„Кəзə мамығы“ фирмаһы» («Фирма „Козий пух“»), «Телохранитель»; М. Сәлимдең «Президентҡа сығам» («Выйду за президента»), «НЛО», «Кишерлəтə» («Оплата морковью»), «Самогонсы Сəмиға» («Самогонщица Самига»), «Реклама», «Клон»; Н. Ш. Хафизовтың «Иларһың да, көлөрһөң дə» («И в шутку, и всерьёз»), «Тартырға бир» («Дай закурить») һ.б. Атнабаев, А. Игебаев, М. Кәрим, Н. Нәжми, Ғ. Й. Рамаҙанов һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре буйынса әҙәби программалар менән сығыш яһай. СССР һәм Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы лауреаты (Мәскәү, 1977)[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Иҫкәрмәләр