Поляков Владимир Николаевич
Поляков Владимир Николаевич (1930 йылдың 5 марты, Яңы Черемшан[d], Урта Волга крайы[d] — 2007 йылдың 27 октябре, Ишембай, Башҡортостан Республикаhы) — юрист, прокуратура, комсомол, урындағы башҡарма органдар һәм сәнәғәт тармағы хеҙмәткәре. 1954 йылдан ВЛКСМ-дың Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары, 1957 йылдан хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ишембай ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1965—1986 йылдарҙа — рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, ҡаланың почётлы гражданы. Ишембай тураһында «Моғжизәле хазина» китабы авторҙарының береһе.
Биографияһы
1952 йылда Ҡазан юридик институтын тамамлағандан һуң, Ишембай ҡалаһына эшкә ебәрелә. Тәфтишсе, прокурор ярҙамсыһы, прокурор урынбаҫары булып эшләй. 1954 йылда ВЛКСМ-дың Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары итеп һайлана. 1957 йылдың мартында — халыҡ депутаттарының Ишембай ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе Хәмит Шаһибәк улы Сәйетовтың урынбаҫары.
1965 йылда В. Н. Поляков халыҡ депутаттарының Ишембай ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана. Олег Васильевич Елисеев район советы башҡарма комитетын етәкләй, ә Минияр Бәхти улы Ғазманов партия ҡала комитетының беренсе секретары була. 2020 йылда Владимир Прокопов билдәләүенсә, «ҡала һәм райондың был өс етәксеһе 15 йыл дауамында бөтә ишембайҙар мәнфәғәтенә уңышлы эшләне. Был ваҡытты хаҡлы рәүештә ижад дәүере тип атарға мөмкин».
Ҡала үҫешенә ҙур өлөш индерә. В. Н. Поляков эшләгән йылдарҙа Ишембайҙа трикотаж фабрикаһы, өс эре машиналар эшләү предприятиеһы —эксперименталь-механика заводы, нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы һәм транспорт машиналары эшләү заводы сафҡа индерелә, ойоҡ фабрикаһы реконструкциялана, көнкүреш хеҙмәттәре киңәйә һәм меңәрләгән эш урындары биргән коммуналь хужалыҡ булдырыла. Дауаханалар һәм поликлиникалар, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары асыла, торлаҡ йорттар төҙөлә.
Ҡаланы йәшелләндереүгә ҙур иғтибар бүленә, парктар һәм скверҙар булдырыла. Мәжит Ғафури һәйкәле торған Стахановская урамында ВЛКСМ-дың 60 йыллығы исемендәге скверға нигеҙ һалына, уның етәкселегендә Тайрук йылғаһы аръяғында парк асыла. В. Н. Поляков Смаҡай биҫтәһе янында шәхсән үҙе ағас ултырта.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
• Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Поляков Владимир Николаевич. Дата публикации: 01.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 31.01.2020 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2025);
• Муниципальный район Ишимбайский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная → Муниципальный район →Почетные граждане: Поляков Владимир Николаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2025);