Кобелев Александр Иванович

Алекса́ндр Ива́нович Ко́белев (1910 йылдың 5 марты, Өфө, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы1975 йылдың 14 октябре, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — СССР осоусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 3-сө Украина фронтының 17-се һауа армияһы 306-сы штурмлаусы авиация дивизияһы 951-се штурм авиация полкының эскадрилья командиры, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы

Кобелев Александр Иванович 1910 йылдың 5 мартында Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Моторное ауылында (хәҙер Өфө ҡалаһы һыҙатына инә) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].

Урыҫ. 1932 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Ауыл мәктәбен, Ырымбур ҡалаһында шофёрҙар һәм тракторсылар курсын тамамлай. Шофёр булып эшләй. 1934 йылда Батайск граждандар һауа флоты пилоттары мәктәбен (ГВФ) тамамлай. Батайск һәм Тамбов граждандар һауа флоты пилоттары мәктәбендә инструктор-лётчик булып эшләй[2].

1940 йылда Тамбов ҡалаһының Ленин районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына.

1943 йылдың майынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

1948 йылдан подполковник Кобелев А. И. — запаста, граждандар авиацияһы самолеттарында осоуын дауам итә. Өфө ҡалаһында йәшәй.

1975 йылдың 14 октябрендә вафат була. Өфөлә ерләнгән[2].

Батырлығы

«951-се штурм авиация полкының эскадрилья командиры (3-сө Украина фронтының 17-се һауа армияһы 306-сы штурмлаусы авиация дивизияһы) капитан Кобелев А. И. 1944 йылдың майына хәрби объекттарҙы, оборона һыҙығын, дошман ғәскәрҙәре тупланмаһын штурмлауға 115 хәрби осош яһай, уға ҙур зыян килтерә».

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 2 августағы указы менән, командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, капитан Кобелев Александр Иванович «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була, уға Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3470) тапшырыла[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. Ғ. Һ. Булатов, А. Н. Пинтсон. Кобелев Александр Иванович. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (17 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2026.
  2. 1 2 Н. В. Уфаркин. Кобелев Александр Иванович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2026.
  3. Кобелев Александр Иванович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа».

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.

Һылтанмалар