Крюкова Антонина Яковлевна
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 5 март 1936 (88 йәш) |
Һөнәр төрө | исследовательница, табип, терапевт |
Тыуған урыны |
Крюкова Антонина Яковлевна (5 март 1936 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-терапевы. Медицина фәндәре докторы (1988). Профессор (1989). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Антонина Яковлевна Крюкова 1936 йылдың 5 мартында Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Сухаревка ауылында тыуған. Сухаревка ауылы XIX быуат аҙағында Нурдәүләт һәм Һабаш аулыдары башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙә урыҫ крәҫтиәндәре тарафынан төҙөлгән. Бында буласаҡ академик, яҙыусы, «Новый мир» журналының баш мөхәррире, Социалистик Хеҙмәт Геройы Залыгин Сергей Павлович тыуған.
1963 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң Архангел үҙәк район дауаханаһында эшләй, 1966 йылдан — Стәрлетамаҡ районы «Стәрлетамаҡ» совхозының Үҙәк усадьбаһы дауаханаһында участка табибы була.
1968 йылдан — халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советының һаулыҡ һаҡлау бүлегендә баш терапевт. 1971—1975 йылдарҙа ситтән тороп Башҡорт дәүләт медицина институтының терапия кафедраһында аспирантурала уҡый. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтында (1995 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты) уҡыта. 1986 йылда поликлиника терапияһы кафедраһы мөдире.
Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фәнни тикшеренеүҙәре диагностикалау ысулдарын камиллаштырыуға арналған, шул иҫәптән генетик тикшеренеүҙәр; гастроэнтерологик ауырыуҙарҙы дауалау һәм иҫкәртеү. Ғалим сәнәғәт предприятиеларының язва ауырыуынан интегеүселәрҙе реабилитациялау һәм инвалидлыҡты иҫкәртеү буйынса тәҡдимдәр, шулай уҡ эске органдар ауырыуҙарын профилактикалау буйынса программалар әҙерләй, улар Башҡортостан Республикаһының дауалау-профилактика учреждениеларына индерелгән.
Аҙаҡҡы йылдарҙа А. Я. Крюкова етәкселегендә һаулыҡ һаҡлау практикаһына яҡынса 200 яңы диагностикалау һәм эске органдарҙың төрлө патологияларын дауалау һәм ауырыуҙарҙы иртә диагностикалау ысулдары индерелә.
Профессор етәкселегендә биш докторлыҡ һәм 13 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. 2000 һәм 2009 йылдарҙа «Поликлиник терапияһы» дәреслеге (2002 йыл тулыландырыла); алты монография, студенттар, практик табиптар һәм һаулыҡ һаҡлау уҡытыусылары өсөн 65 методик әсбаптары нәшер ителгән.
450-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм өс уйлап табыу авторы.
Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Поликлиническая терапия. Уфа, 2009 (соавт.);
- Методические подходы к проведению образовательных программ для больных, страдающих хроническим гастритом, язвенной болезнью желудка и двенадцатиперстной кишки в амбулаторно-поликлинических условиях: метод. рук. для врачей. Уфа, 2013 (соавт.);
- Качество жизни как критерий оценки эффективности диспансеризации больных язвенной болезнью двенадцатиперстной кишки у лиц молодого возраста. Уфа, 2015 (соавт.).
- [1]
- Роль дополнительной диспансеризации в современной диагностике, лечении, профилактике обострений и улучшении качества жизни больных язвенной болезнью
- Терапевтическая активность отечественного ганглиоблокирующего препарата темахина при лечении язвенной болезни желудка и двенадцатиперстной кишки
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975);
- Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003);
- Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған табибы (2000)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Крюкова Антонина Яковлевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 март 2021)
- Известные учёные
- БашГМУ Крюкова А. Я. 2019 йылдың 21 июль көнөндә архивланған.