Нурдәүләт

Нурдәүләт (рус. Нурдавлетово) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 102 кеше[2]. Почта индексы — 453880, ОКАТО коды — 80241830005.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 102 52 50 51,0 49,0
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (97 %) йәшәй[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 40 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ергән): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ергән): 8 км

Тарихы

Нурдәүләт ауылына XVIII быуаттың 70-се йылдарында Юрматы ырыуы халҡы нигеҙ һала. V рәүиз кенәгәһендә 17 йортта 100 кеше йәшәүе теркәлгән, 64 йылдан һуң 40 йортта 240 йәшәгән. 1920 йылдағы иҫәп алыуҙар мәлендә 45 йортта 207 кеше йәшәгән. XX быуат башында Нурдәүләттән йыраҡ түгел, күпселеген урыҫ халҡы тәшкил иткән, Нурдләт ҡасабаһы барлыҡҡа килә. 1925 йылда 20 шәхси хужалыҡ теркәргән булған.

Ауылдың 194 кешеһенә 1,5 бот ужым игене, 5,4 бот көҙгө иген сәселгән; 288 йылҡы малы, 202 һыйыр, 92 һарыҡ, 28 баш кәзә тура килә. Умартасыларҙың 60 умартаһы булған[4].

Урамдары

Урам исемдәре[5]:

  • Ағиҙел урамы (рус. улица Агидель)
  • Балтика урамы (рус. улица Балтийская)
  • Ишембай урамы (рус. улица Ишимбайская)
  • Болон урамы (рус. улица Луговая)
  • Күл урамы (рус. улица Озерная)
  • Баҫыу урамы (рус. улица Полевая)
  • Рәсәй урамы (рус. улица Российская)
  • Ялан урамы (рус. улица Степная)
  • Хеҙмәт урамы (рус. улица Трудовая)
  • Урал урамы (рус. улица Уральская)
  • Сәскәле урамы (рус. улица Цветочная)

Әҙәбиәт

  1. Әсфәндийәров Ә.З. Башҡорт АССР-ы ауылдары тарихы.Өфө "Китап" нәшриәте -1990 й.
  2. Мәләүез ере:кисә, бөгөн, киләсәге.Өфө "Китап" нәшриәте - 2000 й.

Тема буйынса өҫтәмә