Аҡназар (Мәләүез районы)

Аҡназар (рус. Акназарово) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 168 кеше[2]. Почта индексы — 453872, ОКАТО коды — 80241875003.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 168 83 85 49,4 50,6
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (98 %) йәшәй[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 34 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Һарыш): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 34 км

Тарихы

XIX быуат башына тиклем Аҡназар тип аталған үҙ аллы ауыл булмаған. 1816 йылдағы VII ревизияла ғына Ағиҙел йылғаһының уң ярында 13 йортта 77 кеше йәшәгән Аҡназар исемле яңы ауыл күрһәтелгән. Был ауылға Үрге Таш ауылы халҡы нигеҙ һалған, тип раҫларға мөмкин. Уның тағы бер исеме — Байегет. Сәңкем-Ҡыпсаҡ улусының абруйлы аҫабалары араһында Аҡназар Үтәғолов та була, ул 1754 йылда завод хужалары Твердышев һәм Мясниковҡа мәғдән ятҡылыҡтары булған ерҙәрҙе һатыуҙа ҡатнашыуы менән билдәле. 1859 йылда 22 йорттоң һәр береһенә 5,9 кеше, 1920 йылда 45 йорттоң һәр береһендә 6 кеше тура килгән.

1842 йылда 90 кешегә 64 бот ужым игене, 360 бот яҙғы иген сәселә. 20 йортҡа 105 йылҡы, 120 мөгөҙлө мал,15 һарыҡ, 10 баш кәзә булған[4].

Урамдары

Урам исемдәре[5]:

  • Аҡназар һөтсөлөк-тауар фермаһы биләмәһе (рус. территория Акназаровская молочно-товарная ферма)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Яр буйы урамы (рус. улица Набережная)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә