Нордовка

Нордовка (рус. Нордовка) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1000 кеше[2]. Почта индексы — 453882, ОКАТО коды — 80241855001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1000 478 522 47,8 52,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — урыҫтар (70 %)[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 40 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ергән): 25 км

Тарихы

Нордовка ауылы 1886 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 10 йылдан һуң) барлыҡҡа килгән. Һигеҙ губернанан (тәү сиратта, Тамбовтан) 30-40 крәҫтиән ғаиләһе күскенселәр үҙ милкенә һатып алған Түбәнге Аллағыуат, Алаҡай, Ҡарайсы ауылдарының ерендә төпләнгән. 1896 йылда Нордовкала 1089 кеше йәшәгән 160 йорт хужалығы иҫәпләнгән. 24 йылдан һуң унда 1941 кеше йәшәгән. Йорттарҙың һаны 304-кә еткән. 1890 йылда Косма-Дамиан сиркәүе төҙөлгән.

Нордовка ауылында мәктәп эшләгән. 1897 йылда 96 белемле крәҫтиән теркәлгән. Сауҙа кибеттәре булған. 160 йорттоң 7-һе йылҡыһыҙ, 19 йортта 1-шәр йылҡы иҫәпләнгән. Бөтә кешегә 587 йылҡы, 699 һыйыр, 331 баш ваҡ мал тура килгән[4].

Урамдары

Исемдәре[5]:

  • Ашҡаҙар урамы (рус. улица Ашкадарская)
  • Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная)
  • Коммунистик урамы (рус. улица Коммунистическая)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Парк урамы (рус. улица Парковая)
  • Белгестәр урамы (рус. улица Специалистов)
  • Ялан урамы (рус. улица Степная)

Тема буйынса өҫтәмә