Косма-Дамиан сиркәүе
Косма-Дамиан сиркәүе (рус. Космо-Дамианская церковь) — Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Нордовка ауылында урынлашҡан Мәскәү Патриархаты Салауат епархияһы Рус православие ҡорамы, изге көмөшһөҙҙәр (рус.)баш. Һәм мөғжизә ҡылыусы (рус.)баш. Косма һәм Дамиан (рус.)баш. хөрмәтенә изгеләндерелгән. Был ғибәҙәтхана урыҫ халҡының рухи һәм мәҙәни мираҫының иҫ киткес өлгөһө һәм доға ҡылыу урыны, урындағы халыҡтың рухи сыҙамлығы символы.
Өлкән рухани: иерей Гречушкин Николай Александрович.
Адресы: 453882, Мәәләүез районы, Нордовка ауылы, Ашҡаҙар урымы, 78[1].
Тарихы
Ғибәҙәтхана 1890 йылда төҙөлгән һәм шул ваҡыттан алып Нордовка ауылының төп иҫтәлекле урындарының береһе булып тора. 1899 йылда матбуғатта Ф. Геллертовтың Нордовка ауылының яңы асылған мәхәлләһе руханийы итеп тәғәйенләнеүе тураһында хәбәр баҫыла. Һырлап эшләнгән ағас иконостас (рус.)баш. һәм алтын менән ҡапланған ялтырап торған паникадилолар (рус.)баш. ғибәҙәтхананың төп элементтары. Улар сикәү төҙөлгән көнөнән һаҡланып ҡалған[2].
Башта сиркәү 20 километр алыҫлыҡтағы Ергән ауылы сиркәүенә ҡарай. 1904 йылда Нордовка мәхәлләһе үҙаллы статусын ала. 1912 йылда бинаның интерьеры биҙәлә һәм ремонтлана. Аҡсаны сиркәү старостаһы һәм попечителе Зот Константинович Шитягин һәм Михаил Ефремьевич Коновалов бирә. Совет власы ваҡытында, күп сиркәүҙәр емерелгән йәки ябылған осорҙа, Нордовка халҡы үҙ ғибәҙәтханаһын емереүһән һаҡлап алып ҡала, был сиркәүгә 1942 йылға тиклем эшләргә мөмкинлек бирә. 1946 йылда, бинаны ваҡытлыса ябып, иген келәте итеп файҙаланғандан һуң,сиркәү яңынан эшләй башлай, иконостас һәм ғибәҙәтхананың эске биҙәлеше тергеҙелә[3].
Конструкцияһы
Легендалар һәм мәҙәни әһәмиәте
Косма-Дамиан ғибәҙәтханаһы тураһында быуындан-быуынға тапшырылған күп һанлы легендалар бар. Шундай легендаларҙың береһе буйынса, ғибәҙәтхана төҙөгәндә юғарынан ҡыңғырауҙар яңғырағаны ишетелә. Төҙөүселәр быны юғарынан фатиха тип ҡабул итә. Шулай уҡ, бина иген һаҡлау келәте итеп файҙаланылғанда ла, кешеләр дини йырлау тауыштарын ишеткән, тиҙәр.
Был риүәйәттәр ғибәҙәтхана тарихына серле һәм тылсымлы элемент индереп кенә ҡалмай, ә урындағы халыҡтың иманы һәм сыҙамлығы менән билдәләнгән өҙлөкһөҙ рухи традицияны һыҙыҡ өҫтөнә алып, үткән һәм хәҙерге бәйләнеште һаҡлап ҡалырға ярҙам итә[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Храм Космы и Дамиана с. Нордовка. Карта православных храмов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2025.
- ↑ Космо-Дамианский храм (с. Нордовка, Мелеузовский р-н РБ). Православные лики России, стран ближнего и дальнего зарубежья (12 февраль 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2025.
- ↑ 1 2 Александр Рябов. Храму в Нордовке Мелеузовского района - 134 года. Путь октября, районная газета Мелеузовского района (12 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2025.
Һылтанмалар
- Космо-Дамианский храм. Православный портал iTreba. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2025.