Бәләкәй Муса (Мәләүез районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Бәләкәй Муса
53°22′ с. ш. 55°56′ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Мәләүез районы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Һанлы идентификаторҙар
Автомобиль коды 02, 102
Показать/скрыть карты
Бәләкәй Муса (Мәләүез районы) (Рәсәй)
Бәләкәй Муса
Бәләкәй Муса (Мәләүез районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Бәләкәй Муса

Бәләкәй Муса (рус. Мало-Мусино) — Башҡорт АССР-ы Мәләүез районының рәсми иҫәптән алынған ауылы. 1956 йылдан Салауат ҡалаһы составында[1].

Хәҙерге Салауат ҡалаһы үҙәгенән көнсығыш йүнәлештә Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан була. 1956 йылда Мәләүез районының Нурдәүләт ауыл Советы составына ингән[1]. Хәҙерге ваҡытта ауылдың элекке биләмәләрендә Салауат ҡалаһының Муса, Тыныслыҡ һәм Геология урамдары урынлашҡан[2].

Ауыл Нуғай даруғаһы Юрматы улусының аҫаба башҡорттары ерҙәрендә урынлашҡан. Уға нигеҙ һалыусы булып указлы мулла Муса Имашев иҫәпләнә. Нәҡ ул 18-се быуат уртаһында ошонда килеп төпләнә һәм артабан торама пукты уның исеме менән аталып китә. Тарихи мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, 19-сы быуаттың беренсе яртыһында ауыл «Мулла Муса» атамаһы менән иҫәпкә ҡуйылһа, 20-се быуаттың 30‑сы йылдарында иһә «Бәләкәй Муса» исемен алған.

Ауылда йәшәүселәрҙең төп шөғөлө малсылыҡ һәм игенселек булһа, шулай уҡ умартасылыҡ һәм урман кәсептәре менән мәшғүлдәр ҙә арыуыҡ ҡына осраған. 1906 йылда мәсет теркәлгән.

1795 йылғы иҫәп алыу буйынса ауылда булған 25 йорт-хужалыҡта 104 кеше йәшәүе теркәлһә, 1865 йылда иһә был күрһәткестәр ике тапҡырҙан күберәккә артҡан: 56 йортта барлығы 282 кешенең көн күреүе асыҡланған. Артабанғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда йәшәүселәр һаны: 1906 йылда — 387 кеше, 1920 йылда — 402; 1939 йылда — 309 кеше булып тарихҡа кергән[1].

  1. 1 2 3 Башҡорт энциклопедияһы — Бәләкәй Муса, ауыл, Салауат ҡалаһы эсендә (Тикшерелеү көнө: 31 март 2021)
  2. Салават. Энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия. 2018. — 536 с.: илл. ISBN 978-5-88185-397-6.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2021)
  3. Единый республиканский бизнес-портал. Юмагузин Ульфат Зайнетдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 май 2019)
  • Салават. Энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия. 2018. — 536 с.: илл. ISBN 978-5-88185-397-6.