Боһорман

Боһорман (рус. Басурмановка) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 202 кеше[2]. Почта индексы — 453877, ОКАТО коды — 80241802001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 202 105 97 52,0 48,0
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — урыҫтар (56 %), башҡорттар (40 %)[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 23 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 23 км

Тарихы

Өфө һәм Ҡазан губернаһы крәҫтиәндәре 1876 йылда Боһорман ауылына нигеҙ һалғандар. Ул Арыҫлан һәм Бошман-Кыпсаҡ улустары башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙә барлыҡҡа килгән. Быуат аҙағында 67 йортта 379 кеше йәшәгән. 1920 йылда халыҡ һаны 848 кешегә еткән, 134 йорт иҫәпләнгән[4].

Урамдары

Исемдәре[5]:

  • Яр урамы (рус. улица Береговая)
  • Зәки Вәлиди урамы (рус. улица Заки Валиди)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә