Иштуған

Иштуған (рус. Иштуганово) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 339 кеше[2]. Почта индексы — 453871, ОКАТО коды — 80241845001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 339 156 183 46,0 54,0
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (94 %)[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 40 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 40 км

Тарихы

Иштуған XVIII быуат уртаһында барлыҡҡа килгән башҡорт ауылы,ә инде быуат һуңында 33 йортта 212 кеше йәшәгән. Уға нигеҙ һалыусы Иштуған Байрамғоловҡа, 1816 йылда, VII ревизия ваҡытында 62 йәш булған, улдары Әмир, Ғүмәр, Тулыбай, Ҡыуанбай Иштуғановтар ошо ауылда көн иткән. 1859 йылда 110 йортта 576 кеше йәшәгән.1842 йылда 573 йән башына 1312 бот (заманса иҫәпләгәндә 21 тоннанан ашыу) иген сәселгән.[4].

Урамдары

Исемдәре[5]:

  • Башҡорт урамы (рус. улица Башкирская)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)

Матбуғатта

  • “Айыҡ ауыл”: Иштуған ауылы беренсе урын яуланы[6]

Тема буйынса өҫтәмә