Мотай

Мотай (рус. Мутаево) — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 153 кеше[2]. Почта индексы — 453872, ОКАТО коды — 80241875008.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 153 69 84 45,1 54,9

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 38 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Һарыш): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 38 км

Тарихы

1795 йылда Мотай (Темәк) ауылында 12 йортта 81 кеше йәшәгән. Мотай ауылы XVIII быуаттың 70-се йылдарында барлыҡҡа килә. Ауылға нигеҙ һалыусының улы Шәкәр Мотаевҡа 1816 йылда 70 йәш тулған. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса 34 йортта 180 кеше йәшәгән. XX быуат башына ауыл халҡы этник яҡтан ҡатнаш булған — бында, башҡорттарҙан тыш, мишәрҙәр төпләнә. 1920 йылда 61 йортта 367 кеше йәшәгән.

1842 йылда 138 кешегә 424 бот яҙғы иген сәселгән[3].

Урамдары

Урам исемдәре[4]:

  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Яр буйы урамы (рус. улица Набережная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)

Билдәле шәхестәр

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә