Арыҫлан (Мәләүез районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Арыҫлан
53°01′12″ с. ш. 56°05′58″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Мәләүез районы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453875
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 241 815 002
ОКТМО коды 80 641 415 106
Показать/скрыть карты
Арыҫлан (Мәләүез районы) (Рәсәй)
Арыҫлан
Арыҫлан (Мәләүез районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Арыҫлан

Арыҫлан (рус. Арасланово) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 159 кеше[2]. Почта индексы — 453875, ОКАТО коды — 80241815002.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башта ауыл Танып, Аҡҡол (Аҡҡош) тип йөрөтөлә, аҙаҡ Пугачевтың күренекле көрәштәше Кинйә Арыҫлановтың атаһы Арыҫлан Аҡҡоловтың исеме буйынса атала.

1786 йылғы картала Ағиҙел йылғаһының уң ярында Аҡҡол ауылы күрһәтелгән. Күрәһең, башта Арыҫлан ауылын Кинйәнең олатаһының исеме менән атағандар. Һуңынан унда йәшәүселәр Нөгөш йылғаһы буйлап яңы урынға күсенгән. 1795 йылда ауылда 91 кеше йәшәгән 16 йорт хужалығы булған. 64 йылдан һуң 34 йорттоң һәр береһендә 7,2 кеше тура килгән. 1920 йылда 78 йортта 372 кеше иҫәпләнгән.

1842 йылда 160 кешегә 296 бот ужым игене, 2336 бот яҙғы иген сәселгән. Ауылда 208 йылҡы, 130 эре мөгөҙлө мал, 32 һарыҡ, 3 баш кәзә булған. Бөтә ауылға 73 умарта тура килгән[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 159 79 80 49,7 50,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (98 %)[4].

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 14 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Смаҡ): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 14 км

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исемдәре[5]:

  • Денис Бүләков урамы (рус. улица Дениса Булякова)
  • Исмәғил Бураҡанов урамы (рус. улица Исмагила Бураканова )
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]