Сурағол

Сурағол (рус. Сурагулово) — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә кеше йәшәмәгән[2]. Почта индексы — 453873, ОКАТО коды — 80241810004.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь - - - - -

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 16 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Аптраҡ): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 16 км

Тарихы

Сурағол ауылы 1795 йыл алдынан барлыҡҡа килгән. Ул ваҡытта ни бары 4 йорт иҫәпләнә, уларҙың һәр береһендә 7-шәр кеше тура килгән. 1859 йылдағы X ревизия мәғлүмәттәре буйынса 16 йортта 78 кеше йәшәгән. Беренсе Совет халыҡ иҫәбен алыу мәлендә 14 йортта 160 кеше күрһәтелгән.

1842 йылда 72 кешегә 126 сирек, йәғни 1008 бот яҙғы иген сәселгән[3].

Урамдары

  • «Тау шаңдауы» балалар һауыҡтырыу үҙәге биләмәһе (рус. территория ДОЦ Горное ЭХО)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная )[4]

Билдәле шәхестәр

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә