Апас (Мәләүез районы)

Апас (рус. Апасово) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 68 кеше[2]. Почта индексы — 453873, ОКАТО коды — 80241810002.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 68 30 38 44,1 55,9
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (100 %) йәшәй[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 17 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Аптраҡ): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 17 км

Тарихы

Апас ауылын Өфө наместниклығы картаһында табырға мөмкин. V ревизия һөҙөмтәләре буйынса унда 17 йортта 79 ир-ат һәм 76 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1859 йылда йорттарҙың һаны 87-гә, халыҡ һаны 383 кешегә етә. 1920 йылға халыҡ һаны 50 кешегә артҡан, йорттарҙың һаны 13-кә кәмегән. Ауылға нигеҙ һалыусының улы Иҙрис Апасовҡа 1816 йылда 68 йәш булған. Уның улы Ибраһим, ейәндәре Исмәғил, Әбделкәрим, Әбделнасир. Ярышевтар — Бошман-Ҡыпсаҡ улусында билдәле фамилия. XVIII быуаттың икенсе яртыһында бында Ярыш Күлшәрипов йәшәгән. Уның улдары Күзбай (1766 йылда тыуған) улдары Әбдрәхим, Әхмәт, Әбдрәхман, Мөхәмәҙиәр менән һәм Баязит (1774 йылғы) улдары Хәбибулла, Сәйфулла менән 1816 йылдағы VII ревизияла иҫәпкә алына.

1842 йылда 274 кешегә 151 сирек, йәғни 1208 бот яҙғы иген сәселгән[4].

Урамдары

  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)[5]

Билдәле шәхестәр

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә