Аптраҡ

Аптраҡ (икенса атамаһы Көҫәпәй; рус. Аптраково) — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 312 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80241810001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 312 165 147 52,9 47,1

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 20 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 20 км

Тарихы

Ауылға XVIII быуат уртаһында Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала. Ауыл улус старшинаһы Аптраҡ Яуғастин исеме менән атала. 1786 йылдағы документтарҙа Көҫәпәй (улус старшинаһы Көҫәпәй Аптраҡов исеменән) исеме менән яҙылған. 1795 йылда 30 йортта 204 кеше, 1865 йылда 60 йортта 452 кеше йәшәгән. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Мәсет, училище булған. 1906 йылда мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан булған [3].

Билдәле шәхестәре

  • Зәйни Сирай улы Иғдәүләтов (4.01.1913—13.07.1982), театр актеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1954) һәм халыҡ (1970) артисы, «Почёт Билдәһе» ордены (1955) кавалеры.
  • Ғайсин Фәрит Әхмәт улы (12.01.1942—22.05.2002), ғалим-социолог, партия органдары, дәүләт һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. 1967 йылдан — партия эшендә; 1990 йылдан Башҡортостандың халыҡ мәғарифы министры урынбаҫары; 1996—2002 йылдарҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты һәм Башҡортостан агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институты ректоры. Социология фәндәре докторы (1996), профессор (2001), Социаль технологиялар һәм урындағы үҙидара академияһы академигы.

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 31 декабрь 2020)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 31 декабрь 2020)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә