Ҡотлобулат

Ҡотлобулат (рус. Кутлубулатово) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 219 кеше[2]. Почта индексы — 453877, ОКАТО коды — 80241802004.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 219 113 106 51,6 48,4
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (91 %) йәшәй[3].

Географик урыны

Тарихы

V ревизия мәғлүмәттәре буйынса Ҡотлобулат (Кама) ауылында 25 йортта 115 кеше теркәлгән. 1859 йылда 23 йорттоң һәр береһенә 5,7 кеше тура килә. Беренсе Совет халыҡ иҫәбен алыуҙа 60 йорт хужалығында 286 кеше күрһәтелгән. Ауыл 1787 йылда Нөгөш йылғаһы буйындағы ерҙәрҙе завод хужаһы Пашковаға һатыуҙа ҡатнашҡан аҫаба башҡорто Ҡотлобулат Сурағоловтың исемен йөрөтә.

Уның улы Моратша Ҡотлобулатов 1745—1829 йылдарҙа йәшәй. 24 йәшлек Буранбай Сыуашбаев, 1-се башҡорт полкы составында һуғышып, 1812 йылғы ҡаһарманлығы өсөн Изге Георгий ордены, «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» тигән ике көмөш миҙалдар менән бүләкләнә.

1842 йылда 85 кешегә 112 бот ужым икмәге, 336 бот яҙғы иген сәселгән. Түбәндәге һандар малсылыҡ хужалығының кәмеү күрһәткестәре булыуы мөмкин: 73 йылҡы, 84 мөгөҙлө мал, 8 һарыҡ,16 баш кәзә булған. Бөтәһендә бергә 61 умарта булған[4].

Урамдары

  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)[5]

Билдәле шәхестәре

  • Буранбай Сыуашбаев — хәрби эшмәкәр. 1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Тема буйынса өҫтәмә