Буранбай Сыуашбаев

Буранбай Сыуашбаев — хәрби эшмәкәр. 1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Биографияһы

Буранбай Сыуашбаев сығышы менән Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Сәңкем-Ҡыпсаҡ улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы) Ҡотлобулат ауылы башҡорттарынан.

Рядовой Буранбай Сыуашбаев 1811 йылдың 10 майында армияға алына[1].

1811 йылда 9-сы кантон башҡорттарынан 1-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, июндә полк Сембергә килә һәм Серпуховҡа ебәрелә. Курск губернаһында ҡышлай. 1812 йылдың 2 ғинуарында Луцк ҡалаһында 2-се армия командующийы П. И. Багратион 1-се һәм 2-се Башҡорт атлы полктарын ҡарап сыға. 1812 йылдың мартында 1-се Башҡорт полкы Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә Платовтың корпусы составына кордон хеҙмәтен үтәй. Ватан һуғышы башланғас, Платов казактары менән бергә 2-се Көнбайыш армияның сигенеүен ҡаплай[2][3].

Буранбай Сыуашбаев 1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылдың 15 июнендә Гродно янындағы алышта батырсылыҡ күрһәтә[4].

1812 йылдың 1 июлендә — Мир, 5 июлдә — Несвиж, 18 июлендә — Романов янындағы алыштарҙа ҡатнаша. Романов янындағы алыштан һуң 31 июлдә яҡшы хеҙмәте өсөн урядник званиеһын ала. урядник

12 августта — Смоленск, 1812 йылдың 3-5 сентябрҙә — Можайск янындағы алыштарҙа ҡатнаша[1].

1813 йылдың 13 ғинуарында Данциг (Гданьск) ҡәлғәһен ҡамауҙа батырлыҡ күрһәтә[5]. 1813 йылдың 12 мартында — Несвиж, мартта — Линбург янындағы алыштарҙа ҡатнаша. Линбург янындағы алыштан һуң 21 мартта Изге Георгий тәреһе ордены менән бүләкләнә[1].

1813 йылдың 15-16 авгусында — Ютербок, 21-22 августта Винтербург янындағы алыштарҙа ҡатнаша һәм бында күрһәткән батырлығы өсөн 1813 йылдың 6 декабрендә киләһе чинға күтәрелә.

1813 йылда 1-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. 1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 4-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә[6]. 1813 йылдың 10 ноябрендә 1-се Башҡорт атлы полкы Дефентер ҡәлғәһе, 8-9 декабрҙә — Бреда ҡәлғәһе, 1814 йылдың 24-25 февралендә — Лаон ҡалаһы янындағы алыштарҙа ҡатнаша.

1814 йылдың мартында Парижды алыуҙа ҡатнаша[1].

Бүләктәре

Әҙәбиәт

  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — С. 140-141. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.