Бәләкәй Моҡас

Бәләкәй Моҡас (рус. Маломукачево) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 193 кеше[2]. Почта индексы — 453866, ОКАТО коды — 80241850005.

Тарихы

Бәләкәй Моҡас ауылы 1860—1902 йылдар араһында барлыҡҡа килә. 1920 йылда унда 207 кеше йәшәгән 45 йорт иҫәпләнә. Шул уҡ йылда Ҙур Моҡас ауылында 51 йортта 248 кеше иҫәпләнгән.

1842 йылда 310 кешегә 296 бот көҙгө ашлыҡ һәм 1596 бот яҙғы иген сәселә. Бөтә халыҡ өсөн 500 йылҡы малы, 336 эре мөгөҙлө мал, 760 баш һарыҡ булған. Бер нисә кеше умартасылыҡ менән шөғөлләнгән — уларҙа 30 умарта иҫәпләнгән[3].

Урамдары

  • Моҡас Әлмөхәмәтов урамы (рус. улица Мукача Альмухаметова)[4]

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 193 98 95 50,8 49,2
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (85 %) йәшәй[5].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 7 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Сарлаҡ): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мөлөуз): 7 км

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә