Залыгин Сергей Павлович

Залыгин Сергей Павлович (23 ноябрь 1913 йыл — 19 апрель 2000 йыл) — рус совет яҙыусыһы. 1986—1998 йылдарҙа «Новый мир» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы (1991), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1948). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1988). СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1968), Рәсәй Федерацияһы Президентының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы (2000) лауреаты

Биографияһы

  • Сергей Павлович Залыгин 1913 йылдың 23 ноябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[3] Сухаревский ҡасабаһында тыуған.
  • 1939 йылда Омск ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1948 йылда «ауыл хужалығы фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
  • 1970 йылдан алып Мәскәүҙә йәшәй: М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡыта.
  • 1986—1998 йылдарҙа «Новый мир» журналының баш мөхәррире. СССР һәм РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары.

Ижады

«Тоҙло япраҡ һуты» («Соленая падь»; 1967), «Комиссия» (1975), «Дауылдан һуң» («После бури»; 1985) роман-хроникалары революциянан һуңғы Себерҙең нығыныу этаптарына арналған. «Экологик роман» («Экологический роман», 1993), «Һайлау ирке» («Свобода выбора»; 1996) романдарында, «Фамилиялаштар» («Однофамильцы»; 1995) повесында совет осоронан һуңғы ысынбарлыҡ үҙенең социаль-психологик типтары һәм йәмғиәт коллизиялары менән һүрәтләнә. Рус яҙыусылары ижадына арналған әҙәбиәт ғилеме буйынса эштәр авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1988);
  • СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1968);
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000);
  • Ленин ордены (1971);
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1964);
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Katalog der Deutschen Nationalbibliothek (нем.)
  3. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Сухаревка ауылы

Сығанаҡтар

Һылтанмалар