22 апрель
22 апрель — рәсми календарь буйынса йылдың 112-се (кәбисә йылында 113-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 253 көн ҡала.
| ← апрель → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
| 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
| 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
| 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
| 27 | 28 | 29 | 30 | |||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар
- 1832 йыл: Рәсәй империяһының Сит ил эштәре министрлығы ойошторола.
- 1945 йыл: Бөйөк Ватан һуғышы барышында совет ғәскәрҙәренең алдынғы частәре Берлинға инә.
Был көндә тыуғандар
- Владимир Ильич (Ульянов) Ленин (1870—21.01.1924), Совет Рәсәйенең һәм СССР-ҙың сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. 1917 йылдың октябренән Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе. 1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү»гә, 1920 йылдың 19 майында «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы декретына ҡул ҡуйыусы.
- Вәлиев Әхмәтзаһит Ҡаҙрай улы (1930—2.12.2013), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1962—1973 йылдарҙа Саҡмағош районы Киров исемендәге колхоздың иген культуралары үҫтереүсе механизацияланған отряд етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән ошо райондың Туҙлыҡыуыш ауылынан.
тулы исемлек
- Псәнчин Вәли Шәғәли улы (1930—30.05.2013), тел белгесе-ғалим, педагог‑методист. 1961 йылдан Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы; 1984 йылдан Мәғарифтың милли проблемалары институтының Башҡортостан филиалы мөдире, 1993—2005 йылдарҙа — төп ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре кандидаты (1965). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2000) һәм мәғариф отличнигы (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2005), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991).
- Һөйөндөкова Фәнүзә Шәрәф ҡыҙы (1935—2016), китапханасы. 1960—1994 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире. РСФСР-ҙың (1987) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ҡоҙаярова Лилиә Ҡасим ҡыҙы (1955), музыка белгесе, педагог, йәмәғәтсе. 1979 йылдан Учалы музыка училищеһы, 1981—2006 йылдарҙа Өфөнөң 11-се балалар музыка мәктәбе, бер үк ваҡытта 1992 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1990 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2017). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Саяшкина Венера Марат ҡыҙы (1975), юрист. 2024 йылдан Ауырғазы районы буйынса суд участкаһының мировой судьяһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Сығышы менән Ульяновск ҡалаһынан.
- Гаррис Нина Александровна (1946), инженер-механик-ғалим. 1968 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан гидравлика һәм гидромашиналар кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2012). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән Батуми ҡалаһынан.
- Миңлəхмəт Ғәйнетдинов (1946), баянсы-музыкант. 1967—1996 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, концертмейстеры, бер үк ваҡытта 1983—1985 йылдарҙа Өфөләге Нариман Сабитов исемендәге 1‑се балалар музыка мәктәбе директоры; 1989 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1987). Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1991) һәм Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1985) лауреаты, халыҡ-ара һәм ил кимәлендәге төрлө конкурстар дипломанты.
тулы исемлек
- Громов Владимир Борисович (1961), төҙөүсе-инженер, төҙөлөш тармағы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1990 йылдан «Нефтекамскстройзаказчик» муниципаль предприятиеһының баш инженеры, 1998 йылдан (өҙөклөк менән) — директоры; 2010—2011 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы. 2005—2010 йылдарҙа Нефтекама ҡала советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2005). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Илек районы Илек ауылынан.
- Гәрәев Линар Шафиҡ улы (1966), инженер, муниципаль орган һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре. 2003 йылдан Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2015 йылдан «Газпром газораспределение Уфа» йәмғиәтенең Октябрьский филиалы директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (2007), Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған (2005) хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Ютазы районындағы Уруссу ҡала тибындағы ҡасабаһынан.
- Денисов Владимир Алексеевич (1922—4.08.1998), инженер. 1941 йылдан Өфө моторҙар эшләү заводының 1-се цехы технигы, технологы, техник бүлек начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, 1953—1987 йылдарҙа 1-се цех начальнигы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1991), Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ярославль өлкәһе Могильцы ауылынан.
- Мирсаев Нурый Мирсай улы (1922—30.09.2014), педагог, партия һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы Еңеү Парадында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районының Абдулла ауылынан.
тулы исемлек
- Байтимеров Зиннур Йомағужа улы (1927—10.10.1992), малсы. 1940 йылдар уртаһы — 1987 йылдарҙа Баймаҡ районы «Ирәндек» совхозының мал ҡараусыһы, һарыҡ көтөүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Наҙар ауылынан.
- Баһауетдинов Рәсүл Камалетдин улы (1937), театр артисы. Хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Боғҙан ауылынан.
- Сәмиғуллин Сәлихйән Сабирйән улы (1937—2002), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Шаран районы «Правда» колхозының элекке механизаторы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Сигаков Николай Иванович (1947), инженер-ғалим, сәнәғәт өлкәһе, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1963 йылдан «Салауатбыяла» берекмәһе хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1980 йылдан — партком секретары, 1983 йылдан — генераль директор; 1997 йылдан Салауат ҡала хакимиәте башлығы, ҡала советы рәйесе; 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары. Техник фәндәр кандидаты (2008). Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2002) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1997). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Шеремет Леонид Павлович (1947), инженер. 1965 йылдан Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе, 1983—2011 йылдарҙа — Салауат аҙыҡ-түлек комбинаты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1995 йылдан — комбинат директоры. Башҡортостан Республикаһы аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән Осиповичи ҡалаһынан.
- Бармута Вячеслав Петрович (1952), инженер. 1982 йылдан Стәрлетамаҡтағы «Межрайводоканал» предприятиеһының цех начальнигы, баш инженеры; 1990 йылдан — директоры, бер нисә саҡырылыш ҡала советы депутаты. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған, Рәсәй Федерацияһы торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Нурғәлиев Дамир Мирғәле улы (1952), инженер-ғалим, газ сәнәғәте хеҙмәткәре. 1999 йылдан «Газпром добыча – Оренбург» йәмғиәте директоры. Рәсәй Тау фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, техник фәндәр кандидаты (2002). Рәсәй сәнәғәт һәм энергетика министрлығының һәм «Газпром» йәмғиәтенең почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре, газ сәнәғәтенең хеҙмәт ветераны, Н. К. Байбаков, ике тапҡыр И. М. Губкин исемендәге премиялар һәм Газпром» йәмғиәте премияһы лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Иҫке Шах ауылынан.
- Әбүбәкиров Зәкир Зәбих улы (1952), юрист-ғалим. Наркотиктар әйләнешен контролдә буйынса Рәсәй Федераль хеҙмәтенең Төньяҡ-Көнбайыш квалификация күтәреү институтының Өфө филиалы начальнигы. Юридик фәндәр кандидаты, доцент, полиция полковнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районынан.
- Латипов-Догадов Владимир Геннадьевич (1962—7.06.2024), театр актёры. 1983—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры артисы. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004). Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1990). Республика актёр йыры конкурсы (Өфө, 1994), «Театр без границ» халыҡ‑ара фестивале (Магнитогорск, 2005) дипломанты.
- Сәғитов Салауат Тәлғәт улы (1977), социолог-ғалим.муниципаль һәм дәүләт органдары, юғары мәктәп хеҙмәткәре. 2010 йылдан Өфө ҡалаһы Киров район хакимиәте башлығы, 2011 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, 2018 йылдан Мифтәхетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы, 2019 йылдан — ректор. Социология фәндәре кандидаты (2002), доцент. Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2015), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2004).
- Дьяконов Владислав Дмитриевич (1928—13.08.2017), инженер-ғалим, йәмәғәтсе. 1978—1986 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең генераль директоры. РСФСР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр кандидаты (1985). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980). Сығышы менән Вологда ҡалаһынан.
- Ғәлиәкбәров Наил Ҡорбан улы (1958), спортсы, тренер. Боҙҙа мотоуҙыш буйынса 1988—1991 йылдарҙа СССР-ҙың, 1992—1996 йылдарҙа Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). Рәсәй шәхси чемпионаты еңеүсеһе (1993), СССР команда чемпионаттарының көмөш (1987, 1991), донъя команда чемпионаттарының бронза (1995–96) призёры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районының Лена ауылынан.
- Изибаева Лилия Искандаровна (1963), педагог. Ҡалтасы районы Иҫке Йәш мәктәбенең элекке рус теле һәм әҙәбиәте, мари теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Мутаев Исхаҡ Фәләх улы (1914—15.08.1995), геолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, миномёт ротаһының взвод командиры, гвардия лейтенанты. 1945 йылдан Сибай геология-разведка партияһының кесе, 1960—1969 йылдарҙа өлкән техник-геологы, участка геологы. Яңы Сибай полиметалл мәғдәндәре ятҡылығын асыусы. Ҡыҙыл Байраҡ, I дәрәжә Ватан һуғышы һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сибай ҡалаһының беренсе почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан.
- Ҡотошов Рамазан Нурғәли улы (1924—9.01.2020), философ-ғалим, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре, журналист, яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, подполковник. 1964—1992 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты, доцент. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Логинов Василий Григорьевич (1929), 1929—29.01.2016), инженер-нефтсе. 1972—1991 йылдарҙа Туймазы быраулау эштәре идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1976) һәм СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1979). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Николаевка ауылынан.
- Шәйәхмәтов Фазулла Зәйнулла улы (1929—10.11.2002), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1959—1989 йылдарҙа Учалы районы «Коммунар» колхозының тракторсылар бригадаһы етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән ошо райондың Ишкен ауылынан.
- Мөслимов Зәбир Сабир улы (1949), химик-ғалим. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Нефть химияһы һәм катализ институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре кандидаты, доцент.
- Сәғәҙиева Земфира Ғиниәт ҡыҙы (1949), малсы. Әбйәлил районы Шайморатов исемендәге колхоздың элекке мал ҡараусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Бондарев Александр Николаевич (1954), баянсы-музыкант, педагог. 1973 йылдан Баймаҡ ҡалаһының хәҙерге Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, 1981—2016 — йылдарҙа директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Мәүлитова Марина Шамил ҡыҙы (1959), педагог. Өфө ҡалаһындағы 35-се белем үҙәгенең инглиз теле уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Сәйетов Зөфәр Шәрифйән улы (1969), музыкант. Йылайыр районы Юлдыбай мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең аккомпаниатор-концертмейстеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Щепарёв Андрей Михайлович (1974), спортсы, тренер. Башҡортостан Республикаһының биатлон буйынса олимпия резервы мәктәбе тренеры. Биатлон буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1995) һәм атҡаҙанған тренеры (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2017). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- 571 йыл: Мөхәммәт, ислам Пәйғәмбәре.
- 1724 йыл: Иммануил Кант, немец классик философияһына нигеҙ һалыусы.
тулы исемлек
- 1845 йыл: Карло Канева, Италия хәрби эшмәкәре, генерал.
- 1870 йыл: Владимир Ильич Ленин, СССР-ҙың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Совет дәүләтенә нигеҙ һалыусы.
- 1910 йыл: Әйүп Гәрәй, СССР шағиры, журналист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1915 йыл: Мөхәмәт Хәмзин, Татарстандың театр актёры.
- 1920 йыл: Валери Петров, Болгария шағиры, драматург.
- 1945 йыл: Джон Уотерс, АҠШ кинорежиссёры, сценарист, оператор һәм продюсер.
Был көндә вафат булғандар
- 2001 йыл: Шамил Рәхмәтуллин, башҡорт театр актёры, РСФСР-ҙың (1991), Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Татарстан Республикаһының (2000) халыҡ артисы.
Йыл көндәре
